Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Декабрь 2022, 13:21

Бер ярышта 11 приз алдылар

“Ростех” берекмәһенең “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәйҙә авиация двигател­дәре етештергән иң ҙур предприятие булып тора. Уның техник ҡаҙаныштары байтаҡ. Күптән түгел булып үткән тармаҡ конкурсында ла коллектив вәкилдәре уңышлы сығыш яһаны.

Конструкторҙар, технологтар, механик йыйыу слесарҙары, токарҙар һәм фрезлаусылар ҡатнашҡан был бәйгелә Өфө мотор эшләүселәренән 70 белгес бар ине. Был заводтан тыш, “Башҡортостан оҫталары” ярышында Күмертау авиация пред­приятиеһы, Өфө агрегат берекмәһе, “Гидравлика”, Приборҙар эшләү берекмәһе, “Молния” һәм “ИНМАН” предприятиелары ла булды.

Барлыҡ компетенциялар буйынса ярыш теоретик һәм ғәмәли этаптарҙы үҙ эсенә алды. Тест үткәреү металдар менән эш итеү, метрология,  деталдәр эшкәртеү, техник үлсәмдәр яһау, һыҙымдарҙы уҡыу, стандартлаштырыу һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса белемде тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны. Ә ғәмәли этап үҙ һөнәрең буйынса бирелгән заданиены билдәле бер ваҡыт эсендә сифатлы башҡарыуҙы талап итә ине.

“Металды механик эшкәртеү” компетенцияһында Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең инженер-технологтары пьедесталдың бөтә баҫ­ҡыстарын да яуланы. Тәүге урында – ошо берекмәнең техбюро етәксеһе урынбаҫары Рәмил Күҙәшев, икен­селә – инженер-технолог Элина Исламғәлиева, өсөнсө баҫҡыста – инженер-технолог Айзилә Ҡотләхмәтова.

Универсаль станоктарҙа эшләгән токарҙар араһында ҡоралдар цехынан Артур Хөснуллин алдынғылыҡты бирмәне, ә технологик процестарға автоматлаштырылған идара систе­маһы бүлегенән Владимир Рябов программалы идара ителгән станокта токарь бурыстарын башҡарыуҙа иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Өфө моторсылары был бәйгелә барлығы 11 призлы урынға лайыҡ булды. “Ростех” берекмәһенең етештереү-уҡытыу үҙәге “Башҡорт­остан оҫталары” ярышын икенсе тапҡыр үткәрә. Уның быйылғы ойоштороусыһы – Башҡортостан сәнәғәтенең машина эшләү тар­маҡтары профсоюздары ас­социацияһы. Уға был эштә республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Рәсәй Машина эшләүселәр союзының төбәк бүлексәһе лә ярҙам иткән.

– “Ростех”тың Етештереү-уҡытыу үҙәге конкурстың һәйбәт һөҙөмтәләр биреүе өсөн генә түгел, ә унда ҡатнашыусылар үҙҙәрен уңайлы мөхиттә хис итһен өсөн дә барлыҡ тырышлығын һалды, – ти “Роспроф­авиа” ойошмаһының республика төбәк бүлексәһе рәйесе Данил Корнеев.

Читайте нас: