Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Декабрь 2022, 14:45

Санкциялар беҙҙең предприятиеларҙың үҫешен туҡтата алмай

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары –сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

Санкциялар беҙҙең предприятиеларҙың үҫешен туҡтата алмай
Санкциялар беҙҙең предприятиеларҙың үҫешен туҡтата алмай

“Быйылғы 10 ай йомғаҡтары ҡәнәғәтләнерлек: сәнәғәт етештереүе күләме, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 2,8 процентҡа ҙурыраҡ, йәғни Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән өс процентҡа юғарыраҡ”, – тине вице-премьер.

Александр Шельдяев әйтеүенсә, был осорҙа бер генә предприятие ла ябылмаған. Санкциялар баҫымы көслө булыуға ҡарамаҫтан, предприятиеларҙың үҫеше туҡталмай.

Импортты алмаштырыу йүнәлешендә лә эш йәнле бара. “Беҙҙә сит илдәрҙекенә алмаш продукция етештереү өсөн ҡорамалдар етерлек, әммә күп осраҡта комплектлаусы деталдәргә ҡытлыҡ бәкәлгә һуға”, – ти Александр Николаевич. Ул Өфө мотор эшләү берекмәһе, Күмертау авиация предприятиеһы, Нефтекама автомобилдәр заводы кеүек компанияларҙың һәр береһенең бөгөнгө эшмәкәрлегенә айырым туҡталып үтте.

Энергетика тармағы буйынса ла ентекле мәғлүмәт бирелде журналистарға (был турала гәзиттең киләһе һандарының береһендә тулыраҡ мәҡәлә донъя күрәсәк), күптән түгел Ҡарман ГРЭС-ын реконструкциялау тамамланғас, тармаҡтың үҫеше һиҙелерлек йәнләнгән.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: