Өфөләге “Торатау” конгресс-холында ойошторолған “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумы өс меңдән ашыу белгесте – власть, эшҡыуарлыҡ йәмғиәттәре вәкилдәрен һәм төрлө өлкәләрҙәге эксперттарҙы берләштерҙе. Унда 50 -нән ашыу сара үткәрелде, федераль һәм 20-нән артыҡ илдән халыҡ-ара кимәлдәге 500-ҙән ашыу спикер сығыш яһаны. Йыйынды асыу тантанаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә барҙы.
Форумда ҡатнашыусылар өсөн беренсе булып “Башҡортостан сода компанияһы – Рәсәйҙең химия сәнәғәтен үҫтереүҙең флагманы” тигән гранд-секция ишектәрен асты.
– Башҡортостан сода компанияһы социаль һәм хәйриә эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнә. Ул беҙҙең хосписты төҙөүҙе тамамлай, Донецк һәм Луганск республикаларына гуманитар ярҙамды йыш оҙата, бөгөн иһә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итә. Ошо компанияға, “Башнефть” берекмәһенә һәм беҙҙең яугирҙәрҙе, уларҙың ғаиләләрен ярҙамдан ташламаған башҡа предприятиеларға рәхмәт белдерәм. Беҙҙең бөгөнгө ике төп бурыс – иҡтисадтың тотороҡлолоғо һәм Тыуған илде һаҡлаусыларҙың ғаиләләренә ярҙам, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров гранд-секцияны асыу тантанаһында.
Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Химик-технологик комплексы департаменты директоры Михаил Юрин билдәләүенсә, Башҡортостан сода компанияһы илдең химия сәнәғәтенең флагманы булып тора. Химия тармағы үҫешә һәм уның продукцияһын ҡулланыу ҙа арта бара. Секция тыңлаусылары алдында шулай уҡ сода компанияһының генераль директоры Эдуард Давыдов предприятиеның төп инвестиция проекттары тураһында һөйләне.
Башҡа секцияларҙың эше лә сараға килгәндәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. “Иҡтисадтағы яңы үҫеш нөктәләре: инвестиция циклын кәметеүҙәге уртаҡ технологиялар” секцияһында, мәҫәлән, был сара ҙур залда үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, халыҡ бик күп ине, һуңлабыраҡ килгәндәр баҫып торорға мәжбүр булды.
Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Хеҙмәт етештереүсәнлеге, капитал һалыуҙарға булышлыҡ итеү һәм дәртләндереү департаменты директоры Александр Молодцов хәҙерге заманда инвестиция йәлеп итеүҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: форумда һанлы технологиялар киң ҡулланылды – Молодцов, мәҫәлән, Өфөлә йыйылған белгестәргә был лекцияһын Мәскәү урамында автомобилдә китеп барған минуттарҙа һөйләне.
– Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды 2017 йылда ойошторолғайны, ошо осорҙа беҙ сәнәғәт предприятиеларына 129,4 миллион һумлыҡ 50 грант бирҙек, – тине Фондтың менеджеры Вадим Шәрипов үҙенең сығышында.
Форумда “Алға, Башҡортостан!” әүҙем инвесторҙар клубының ултырышы уҙғарылды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров алып барған был сарала төрлө ведомство етәкселәре, сит ил ҡунаҡтары һәм күп кенә ҙур предприятие вәкилдәре ҡатнашты.
– Маҡсатҡа ярашлы эшләгәнегеҙ һәм Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте дауам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Бөгөн “Башнефть”, “Газпром Нефтехим Салауат”, “Полиэф” кеүек ҙур сәнәғәт компанияларының республиканың иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөн билдәләү айырыуса мөһим. Беҙҙең предприятиеларға ярҙамды дауам итеү маҡсатында электән килгән һалым ташламаларын һаҡлап ҡалдыҡ һәм яңыларын индерҙек, – тине Премьер-министр.
Ул билдәләп үткәнсә, әлеге мәлдә “Алға” махсус иҡтисади зонаһының 13 резиденты дөйөм суммаһы 40 миллиард һум самаһы булған проекттарҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй. Республикалағы ошондай зоналарҙа 125 компания 50 миллиард һум самаһы тотонорға һәм 10 меңдән ашыу яңы эш урындары асырға йыйына. Шулай уҡ Башҡортостанда 12 индустриаль парк һәм 18 технопарк бар. Республиканың авиация һәм сәнәғәт кластерҙары федераль исемлеккә индерелгән.
Ултырышта “Инвестициялар: заман талаптары һәм яңы мөмкинлектәр” тигән доклад менән республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сығыш яһаны. Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевтың сығышы сәнәғәткә инвестициялар һалыуға һәм яңы үҫеш нөктәләренә арналғайны.
– Быйылғы эш йомғаҡтарына ярашлы, ауыл хужалығына инвестиция күләме кәмендә 15 миллиард һум тәшкил итәсәк, был иһә үткән йылғы күрһәткестән 36 процентҡа юғарыраҡ, – тине вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үҙенең докладында.
Был мәртәбәле сараның аҙаҡҡы көнөндә Андрей Назаров “Беренселәр заманы” һәм “Urban Awards Уфа” премиялары еңеүселәрен наградланы.
Ул шулай уҡ “Ышаныслы партнер” номинацияһында “Цемикс” йәмғиәтенә, “Йыл компанияһы” номинацияһында – “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенә наградалар тапшырҙы. “Беренселәр заманы” премияһына алты предприятие лайыҡ булды: “Полиэф”, “ОДК-УМПО”, “А7 Агро”, “Аркада”, “Ойлтиммаш”, “Башкирская медь”. “Urban Awards Уфа” премияһы иһә 16 төҙөлөш компанияһына тапшырылды.
Сарала шулай уҡ инвестиция мөхитен яҡшыртыуға һәм Башҡортостандың иҡтисади үҫешенә өлөш индергәндәрҙе бүләкләү тантанаһы ла үткәрелде. Андрей Назаров билдәләүенсә, бизнес менән властың диалогы өсөн тәғәйенләнгән был майҙансыҡ ошо ике яҡлы һөйләшеүҙе даими һәм эшлекле нигеҙҙә ойошторған яуаплы даирәләргә рәхмәт белдереү өсөн бик ҡулайлы.
Рәшит Кәлимуллин