Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, сараны Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Йәш сәнәғәтселәр клубының төбәк бүлексәһе менән берлектә ойошторған.
Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Денис Гурков һәм Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Вито Сабиров төбәк Хөкүмәте ярҙамында йәш эшҡыуарҙарҙың үҫешен йәнләндереү өсөн ниндәй саралар күрелеүе тураһында һөйләне.
“Йәштәр эшҡыуарлығы – киләсәге өмөтлө булған федераль тренд һәм беҙҙең республиканың ошо йүнәлештә яҡлау һәм ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Быйыл беҙ “Йәшлек-Бизнес” проектын башлап ебәрҙек, уның сиктәрендә белем һәм консультациялар биреү менән шөғөлләнәбеҙ. Йәш эшҡыуарҙар клубында тәжрибәле эшҡыуарҙарҙың сығыштары ойошторола”, – тине Вито Сабиров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.