Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Декабрь 2022, 17:50

2023 йылға республика бюджеты ҡабул ителде

Уның менән видеояҙмала тулыһынса таныша алаһығыҙ.

2023 йылға республика бюджеты ҡабул ителде
2023 йылға республика бюджеты ҡабул ителде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаттары 2023 йылға республика бюджетын ҡабул итте.

Бюджет килемдәре һәм сығымдары ниндәй һандарҙа күрһәтелгән? Бюджет аҡсаһы нисек һәм нимәгә бүленәсәк? Беренсел сығымдар нисек билдәләнә? Республика бюджеты нимәнән тора һәм нимә менән тулыландырыла?

Ошо һәм башҡалар тураһында Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова һәм башҡа саҡырылған эксперттар ҡатнашлығында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәм каналдың социаль селтәрҙәрендә, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә махсус брифинг эфирында ҡарай алаһығыҙ:

Башҡортостан Хөкүмәте: https://vk.com/bashkortostan_gov

Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге: https://vk.com/tsur_bashkortostan.

Әйткәндәй, 2023 йылға бюджеттың яңы дәүмәле:

килем буйынса – 267,3 миллиард һум,

сығым буйынса – 285,1 миллиард һум,

дефицит – 17,8 миллиард һум.

20 декабрҙә Башҡортостан бюджеты буйынса брифинг үтте. Тулыраҡ яҙмала таныша алаһығыҙ: https://vk.cc/cjWt66

https://disk.yandex.ru/d/Wfn0ZwXphDi5kA  - видео.

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: