Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Декабрь 2022, 17:45

"Һаумы, улым. Был ялда ҡайтаһыңмы?"

Халыҡтың әүҙем тауыш биреүе һөҙөмтәһендә киләһе йылда Башҡортостандың 247 ауыл-ҡасабаһында мобиль телефондар эшләй башлаясаҡ.

"Һаумы, улым. Был ялда ҡайтаһыңмы?"
"Һаумы, улым. Был ялда ҡайтаһыңмы?"

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында ведомство етәксеһе Геннадий Разумикин киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән онлайн-әңгәмә үткәрҙе. Уның барышында ул, 4G база мобиль станциялары урынлаштырыу талап ителгән ауыл-ҡасабалар өсөн тауыш биреүселәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең биш ТОП төбәгенең береһе булды, тип билдәләне.  

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Башҡортостан ҡағыҙ форматындағы хаттар буйынса ла, Дәүләт хеҙмәттәре порталында бирелгән тауыштар һаны йәһәтенән дә лидер булды – дөйөм алғанда 82 мең тауыш бирелгән. Халыҡтың ошондай әүҙемлеге арҡаһында киләһе йылда Башҡортостандың 247 ауыл-ҡасабаһы мобиль элемтә менән тәьмин ителәсәк. Субъекттар араһында тауыш биреүҙе федераль Һанлы үҫеш министрлығы үткәрҙе.

- 2023 йылда Башҡортостанда ауылдарҙы сифатлы мобиль элемтә менән йыһазландырыу буйынса күләмле эш ойошторола. 2022 йылда тауыш биреү йомғаҡтары буйынса 117 тораҡ пункт эшкә алынған, уларға 2021 йылдан ошо яңылыҡты көткән 130 ауыл өҫтәлгән, - тине Геннадий Разумикин.

Матбуғат брифингында министр шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталын (INVESTRB.RU) үҫтереү тураһында һөйләп, уны бизнес-аудитория мәсьәләләрен хәл итеү өсөн берҙәм электрон хеҙмәт күрһәтеү витринаһы тип атаны.

- Инвестпорталдың электрон сервистарын булдырғанда эшҡыуарлыҡ берләшмәләре менән бәйләнешкә таянабыҙ. Әйткәндәй, хәҙерге көндә ул эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция эшмәкәрлеге менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн электрон хеҙмәттәрҙең берҙәм витринаһы булып тора, - тип хәбәр итте министр.

Геннадий Разумикин әйтеүенсә, тап брифинг көнөндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы БР Инвестиция порталында ике яңы хеҙмәт төрө тураһында мәғлүмәт бирҙе: һатып алыуҙар тураһында хәбәр итеү сервисы һәм норматив-хоҡуҡи акттарҙы асыҡ тикшереү бүлеге. 2022 йылда импортты алмаштырыу үҙәгенә ғариза биреү, көрсөккә ҡаршы ярҙам, инвесторға ярҙам күрһәтеү, яңылыҡтар дайджесы, сәнәғәт сәғәтенә ғариза биреү, инвесторҙы оҙатыуға ғариза биреү тормошҡа ашырылған.

Тағы ла бер мөһим ҡорал – “һорау алыу модуле” – бизнес менән бәйләнеш тоторға, был тармаҡтың һорауҙарын иғтибарға алырға һәм файҙалы һанлы сервистар булдырырға мөмкинлек бирә. Эшҡыуарҙар күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын баһалай, үҙҙәренең тәҡдимен һәм теләктәрен ҡалдыра. Был – инвестиция порталын, шулай уҡ төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталын үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлек.

Осрашыу аҙағында министр, телекоммуникация үҫеше, төбәктә уңайлы йәшәү һәм бизнесты алып барыу өсөн электрон сервистар булдырыу Рәсәй субъекттарының инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы күрһәткестәре буйынса төбәкте баһалауҙа мөһим роль уйнай, тип билдәләне. Уның йомғаҡтары буйынса 2022 йылда Башҡортостан бишенсе урынды алды.

Фото: club.dns-shop.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: