Иҡтисад
21 Декабрь 2022, 10:45

Сәнәғәт буйынса координация советы ултырышы үтәсәк

23-24 декабрҙә Өфөлә Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Координация советының йомғаҡлау ултырышы уҙасаҡ.

Сәнәғәт буйынса координация советы ултырышы үтәсәкСәнәғәт буйынса координация советы ултырышы үтәсәк
Сәнәғәт буйынса координация советы ултырышы үтәсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сараның маҡсаты – сәнәғәт экспортына булышлыҡ итеү ҡоралдары һәм өҫтөнлөклө импорт тураһында фекер алышыу. Ултырышҡа Рәсәй төбәктәренең сәнәғәт министрҙары йыйыласаҡ, ул Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары  – сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров етәкселегендә үткәрелә.

“Координация советы юҡҡа ғына Өфөлә үткәрелмәй. Башҡортостан – Рәсәй сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың йоғонтололоғо буйынса ике тапҡыр алдынғы булып танылған төбәк. Беҙҙә күрһәтерлек нәмәләр бар. Сәнәғәт – иҡтисадтың 300 меңгә яҡын кешеһен берләштергән мөһим секторҙарҙың береһе”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Совет ултырышында ҡатнашҡандар “Сәнәғәт үҙәге” индустриаль паркын һәм Авиация технологиялары технопаркын, Зубов ауылындағы пластик торбалар заводын ҡараясаҡ, Өфө трансформатор заводының һәм “ОДК-УМПО” берекмәһенең уҡытыу майҙансыҡтарының эше менән танышасаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас