Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендәге Хөкүмәт ултырышында финанс йылының тамамланыуы буйынса фекер алыштылар.
– Уҙған 11 айҙа республика ҡаҙнаһына 244 миллиард һумдан ашыу килем ингән. Былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата үҫеш 15,6 процент тәшкил иткән. Һалым һәм һалым булмаған килемдәр 28 миллиард һумға артҡан, былтырғы кимәлдән 20,5 процентҡа күберәк. Әле республика бюджеты үтәлешендә ыңғай динамика һаҡлана, – тине Андрей Назаров. – Был бюджеттың сығым өлөшөн дә ярайһы уҡ арттырыу мөмкинлеген бирҙе. 11 айҙа бөтәһе 246 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған, уҙған йылға ҡарағанда 30 миллиард һумға күберәк. Сығымдың төп өлөшө социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә йүнәлтелгән. Ул сығымдың өстән бер өлөшөнән ашыуыраҡ йәки 175 миллиард һум тәшкил итә.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова әйтеүенсә, йыл аҙағында айырыуса ҙур тырышлыҡ талап ителә, сөнки бюджетты үтәү буйынса төп эш IV кварталға тура килә.
Андрей Назаров, килем йыйыуҙы арттырыу һәм билдәләнгән пландарҙы үтәү бюджет администраторҙарының төп бурысы булып ҡала, тип билдәләне.Ошоға бәйле ул республика башҡарма власть органдарына күрһәтмәләр бирҙе.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru