Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте күптән «Башҡортостан тауары» проекты дипломанты булып тора. Был билдә комбинаттың сифатлы тауар етештереүе тураһында һөйләй. Ошо көндәрҙә стәрлетамаҡтарҙың продукцияһы Екатеринбургта VIII Бөтә Рәсәй Икмәк, икмәкхана, кондитер ризыҡтары һәм торттар сифаты фестивалендә алтын миҙал һәм I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
— Фестиваль экологик хәүефһеҙлек һәм ҡулланыусылар үҙенсәлектәре йәһәтенән иң яҡшы продукцияны асыҡлауға һәм популярлаштырыуға, предприятиеларҙың конкурентлыҡ һәләтен арттырыуға йүнәлтелгән. Ә был мәртәбәле сарала республика етештереүселәренең еңеүе — һөнәри оҫталыҡ өсөн лайыҡлы награда, — тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты конкурсҡа бер нисә төр продукция тәҡдим итте. «Стерх» сауҙа маркаһының «Татлы һалам»ы фестиваль йомғаҡтары буйынса юғары наградаға лайыҡ булды — алтын миҙал һәм I дәрәжә дипломы, «Әсәйемдең торты», “Сабый” сохарыйҙары һәм керәндилдәре II дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде.
Конкурста төрлө төбәк етештереүселәре тәҡдим иткән 60-тан ашыу продукция өлгөләре ҡатнашты. Продукцияны тәмләп ҡарау бер нисә этапта башҡарылды. Продукция тәме һәм технологик сифаттары буйынса ғына түгел, шулай уҡ маркировкалау һәм төрөү, продукцияның сифат һәм хәүефһеҙлек талаптарына тап килеүенә ҡағылышлы ҡануниәтте үтәү буйынса ла баһаланды.
Дегустация комиссияһы составына Роспотребнадзор, Стандартлаштырыу үҙәге вәкилдәре, сифат өлкәһендә белгестәр, ҡатнашыусы предприятиелар вәкилдәре ингән.
Фото һәм мәғлүмәт сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.