Бөгөн Сәнәғәт буйынса координация советының эшлекле программаһына ярашлы Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән килгән профилле министрҙар Өфө предприятиеларында булды. Сарала ҡатнашыусылар предприятиеларҙың етештереү процесы һәм проекттары менән танышты, завод һәм индустриаль парктың идарасы компаниялары, технопарк директорҙары менән аралашты.
ОДК-УМПО Башҡортостандың сәнәғәт ҡеүәте менән таныштырған тәүге объект булды. Ведомстволар етәкселәре предприятиела тармаҡ өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең нисек ойошторолоуын күрҙе.
“Авиация технологиялары технопаркы” ғилми-етештереү ассоциацияһында делегаттарҙы заманса етештереү майҙансығына алып барҙылар. Технопарктың төп эш йүнәлештәре – етештереү инжинирингы, ғилми эшмәкәрлек, уҡыусыларға һәм студенттарға һөнәри йүнәлеш биреү.
Предприятиеларға эш сәфәре программаһына “Сәнәғәт үҙәге” индустриаль паркы ла инде. Ул туғыҙ йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда 1600-ҙән ашыу эш урыны булдырған һәм 14 резидентты, йөҙгә яҡын ҡуртымсыны берләштергән. Ҡунаҡтар өс сәнәғәт майҙансығында булды. “ОЗНА-Инжиниринг” фәнни-етештереү предприятиеһы нефть һәм газ промыслаһы ҡорамалдары етештерә. “Инновациялы технологиялар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте диодлы яҡтылыҡ техникаһын сығара. “МВС Мехатроника” компанияһы шыйыҡ материалдарҙы фасовкалау, шул иҫәптән нефть химияһы өсөн импортты алмаштырған етештереү линиялары эшләй.
– Яҙ санкцияларға бәйле көнбайыш тәьминәтселәре менән мөнәсәбәттәрҙә бөтә резиденттарыбыҙ ауыр хәлгә ҡалды. Уларҙың барыһы ла эш йүнәлешен үҙгәртеп, йәйгә яңы тәьминәтселәр тапты, тотороҡло эшләй башланы, – тине “Сәнәғәт үҙәге” индустриаль паркы директоры Павел Васильев.
Индустриаль парктың майҙаны 73 мең квадрат метр тәшкил итә. Былтыр декабрҙә тейешле инфраструктура булдырылған 10,5 мең квадрат метрлыҡ тағы ла бер бина асыла. Яңы майҙандар 50-нән ашыу юғары етештереүсәнле эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Тәүге резидент 2023 йылдың ғинуарында асыла.
Ҡунаҡтар предприятиеларҙың эшенә юғары баһа бирҙе, ыңғай тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/19827/
Фото: pravitelstvorb.ru