Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур интервью форматында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан” ДТРК һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы телекомпаниялары етәкселәренең һорауҙарына яуап бирҙе. Төбәк етәксеһе республиканың 2022 йылдағы үҫешенә йомғаҡ яһаны, ҡаҙаныштар, ҡатмарлыҡтар һәм киләсәккә пландар хаҡында һөйләне.
Һорауҙарҙың береһе Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә еңел сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү пландарына ҡағылды.
– Махсус иҡтисади зона биләмәһендә ике предприятие эшләй, улар бирсәткәләр һәм махсус кейемдәр тегә. Был – етди контракттар менән ныҡлы производстволар. ZASPORT тип аталған тағы ла бер резидент бар – Рәсәй йыйылма командаһы өсөн спорт кәрәк-яраҡтары тегә. Компания ҡаты һайлап алыу турын үтте. Баҙарҙа продукцияһының юғары сифатын һәм элегантлығын баһалайҙар. Уны республикабыҙға йәлеп итергә хыяллана инем. Инвестор төҙөй, технологик ҡорамалдар һатып алынған да инде. Етештереүҙе 2023 йылдың мартында асырға ниәтләй, – тине Радий Хәбиров.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, уның был компания теккән спорт кейеме бар.
Интервью һорауҙарының береһе территорияла еңел сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү пландарына ҡағылды
– Миңә уларҙың ҡыҙыҡлы моделдәре, сифатлы туҡымалары һәм тегеүҙәре бик оҡшай. Йыйылма командаларыбыҙҙың иғтибарын ошо продукцияға йүнәлтергә тырышырбыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Тағы бер миҫал – HOME Нефтекама бренды. Миңә ул бик оҡшай, ғаиләбеҙ менән ошо кейемде кейәбеҙ. Афарин, егеттәр! Минең ҡарашҡа, беҙ уларға ярҙам итергә тейеш.
Интервью барышында Радий Хәбиров Башҡортостандың ҙур компаниялар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр булдырыуы хаҡында һөйләне. Улар араһында “Рәсәй тимер юлдары”, Ростех, “Роснефть”, “Газпром”, “Интер РАО” бар.
– Был компаниялар глобаль мәсьәләләрҙе хәл итә, һәм беҙгә ситтә ҡалырға түгел, ә ҙур проекттарҙа ҡатнашырға, улар менән эшләргә, әүҙем булырға кәрәк. Беҙ улар менән хеҙмәттәшлекте яйға һалдыҡ, даими осрашабыҙ, бик күп мәсьәләләр менән шөғөлләнәбеҙ, – тине төбәк Башлығы.
Башҡортостан Башлығы интервьюла “Башҡортостан сода компанияһы”ың ҡеүәтен һәм мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
– “БСК” бөтә илгә эшләй. Был 1-се кальцийлы сода етештереүсе. Компания, һис шикһеҙ, республикаға ла эшләй. Уның эшмәкәрлегенең статистик күрһәткестәренә ҡарау ҙа етерлек: килем, дөйөм табыш, үҫеш – былар барыһы ла беҙҙе бик ҡыуандыра. Башҡортостан “Башҡортостан сода компанияһы”нан дивидендтар сифатында 3,2 миллиард һум алды, 1 миллиард һумдан ашыу хәйриә проекттарына бүленде. Дивиденттар күләме буйынса был республикала “Башнефть”тән ҡала икенсе компания. “БСК” байтаҡ аҡсаны экипировка менән тәьмин итеүгә, беҙҙең ирекле батальондарға ярҙам итеүгә йүнәлтте. Шуның өсөн уға рәхмәт әйткем килә, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн компания санкциялар арҡаһында ҡыйынлыҡтар кисерә, әммә сәнәғәттең содаға ихтыяжы ҙур. Бындай шарттарҙа “Башҡортостан сода компанияһы” менеджментына ҙур оҫталыҡ күрһәтергә кәрәк. Һәм улар ҡуйылған бурыстарын үтәй, үҙ продукцияһын һатыу өсөн мөмкинлектәр таба. Рәсәй Президенты беҙҙең алға өс бурыс ҡуйҙы – производствоны яңыртыу, тупланған экологик зыянды бөтөрөү, хеҙмәт шарттарының насарайыуына юл ҡуймау. Быларҙың барыһы ла эшләнә. Беҙҙең бурыс – “Башҡортостан сода компанияһы” менән бергә ошо еңел булмаған юлды үтеү һәм билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү.
“Башҡортостан сода компанияһы” һәм башҡа химия производстволары өсөн сеймал базаһын үҫтереү хаҡында һөйләгәндә, төбәк етәксеһе, шихандарҙың биләмәләренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Улар хаҡында сеймал сығанаҡтары булараҡ уйлау дөрөҫ түгел. Бөгөн беҙ был объекттарҙы мөмкин тиклем яҡларға – уларҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерергә тырышабыҙ. Ҡуштау, Торатау һәм Йөрәктау шихандары яҡынса исемлеккә инде. Был билдәле бер уңыш һәм был йәһәттән артабан да алға барасаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.