22 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур интервью форматында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан” ДТРК һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы телекомпаниялары етәкселәренең һорауҙарына яуап бирҙе. Төбәк етәксеһе республиканың 2022 йылдағы үҫешенә йомғаҡ яһаны, ҡаҙаныштар, ҡатмарлыҡтар һәм киләсәккә пландар хаҡында һөйләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур интервьюла үҙенең Донбасҡа күсерелеү-күсерелмәүе хаҡында аңлаьма бирҙе.
– Быны ҡайҙан алыуҙарын һәм кемгә кәрәклеген мин бик аңлап бөтмәйем. Башҡортостандан бер ҡайҙа ла йыйынмайым, – тине Радий Хәбиров. – Әммә төбәк яҙмышын уның етәксеһе менән генә бәйләргә ярамай, әлбиттә. Бер нимәгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан алға барырға тейеш. Эйе, ниндәйҙер процестарға төҙәтмәләр индерергә, көсәйтергә, ҡайҙалыр энергия өҫтәргә мөмкин. Тик тағы ҡабатлайым: мин дәүләт хеҙмәтендәмен. Ил етәкселеге: “Радий Фәрит улы, шунда-шунда эшләгеҙ”, тиһә мин шинелде алып һөйләшмәйенсә генә барасаҡмын. Хәрби хеҙмәттә булмаһаҡ та, принциптарыбыҙ шул уҡ.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостан менән Донбасты күп йыллыҡ дуҫтарса мөнәсәбәттәр тарихы бәйләй.
– Рәсәй Президенты Хакимиәтендә эшләгән ваҡытта яңы төбәктәрҙе етәкләгән кешеләр менән таныштым. Мәҫәлән, Денис Пушилин менән. Эшлекле хеҙмәттәшлек дуҫлыҡҡа әүерелде, – тине Радий Хәбиров. – Мин уның ҡыйыулығы менән һәр саҡ һоҡланам, һәм осрашыу аҙағында бер генә һүҙ әйтәм: “Үҙ-үҙеңде һаҡла, беҙ һинең өсөн доға ҡылабыҙ”.
Радий Хәбиров Башҡортостанда импортты алмаштырыу программаһы сиктәрендә АЛ-31СТ газ һурҙырыу агрегаттарын сығарыуҙары, уларҙы “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе”ндә авиация двигателдәре базаһында етештереүҙәре хаҡында һөйләне. Был турбиналар “Газпром”дың компрессор станцияларында эшләү һөҙөмтәлелеген раҫланы ла инде. Хәҙер инженерҙар яңы быуын АЛ-41СТ газ һурҙырыу агрегатын булдырыу өҫтөндә эшләй.
– 25 мегаватлы двигателдең тәжрибә өлгөһө яҡынса бер йылдан әҙер буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ғөмүмән, авиация двигателе – инженер фекеренең камиллығы, минеңсә. Әгәр элек ул хәрби бурыстарҙы үтәүгә тәғәйенләнһә, хәҙер беҙ уны граждандар маҡсатында файҙаланабыҙ.
Импортты алмаштырыу хаҡында һөйләгәндә, төбәк етәксеһе Туймазылағы мебель кластерын да билдәләне. Ул корпуслы, йомшаҡ мебель һәм комплектлаусылар етештереүселәрҙе берләштерҙе. Радий Хәбиров илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы теркәгән тәүге ошондай кластер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Кластер нимә бирә? Береһе – арҡаһын, икенсеһе ҡаймалы металл аяҡтарын етештерә. Береһе матрас етештерә, икенсеһе – планка. Барлыҡ был етештереүселәр үҙ-ара бәйләнгән. Иң мөһиме – Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы кластерҙы үҫтереүгә аҡса бүлә. Мәҫәлән, мебель кластеры 7 миллион һум алған да инде, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙҙә бөтәһе дүрт кластер бар, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттары етештереү, машиналар эшләү һәм сәнәғәт буйынса. Беҙ – ҙур юлда, барыһын да үҙебеҙ эшләй аласаҡбыҙ, тип уйлайым.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.