

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҙур төҙөлөш тураһында яҙып сыҡты.
“Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын эҙмә-эҙлекле төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Техник йәһәттән ошо ҡатмарлы проектҡа ингән объекттарҙың һәр ҡайһыһында әкренләп алға барабыҙ.
Бөгөн көньяҡ тоннелде тулыһынса, Салауат Юлаев проспектынан Ҡариҙел йылғаһы ярына тиклем астыҡ. Ярты йыл элек төньяҡ тоннелде ҡаҙыу эштәрен тамамлағайныҡ. Хәҙер төҙөүселәр тағы ла йылдамыраҡ эшләйәсәк – материалдарҙы һәм ҡорамалдарҙы тоннель буйлап ташыясаҡтар, тау тоҡомдарын ситкә сығарасаҡтар, конструкцияларҙы даими төҙөйәсәктәр.
Дөйөм алғанда, графиктан алда барабыҙ. Йыл аҙағына баш ҡаланан көнсығыш яҡлап сығыу юлының техник әҙерлеге 58 процентҡа етер, тип көтәбеҙ. Объектҡа ике меңдән ашыу кеше һәм 263 берәмек махсус техника йәлеп ителгән, эш тәүлек әйләнәһенә бара. Киләһе мөһим этап – 2023 йылдың ғинуар аҙағында Ҡариҙел йылғаһы аша күперҙең тороҡ ҡоролмаларын ахырына еткереп, ике ярҙы тоташтырабыҙ.
Мәғлүм булыуынса, Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлы – Волга буйы федераль округында иң күләмле һәм Рәсәйҙә иң ҙур инфраструктура проекттырының береһе. Ул беҙгә бик кәрәк, М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ, Ҡариҙел йылғаһы аръяғындағы яңы биләмәләр үҫеш аласаҡ”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_943075
Фото: vk.com/wall413272232_943075