Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Декабрь 2022, 20:55

Дүрт төбәк менән килешеүҙәр төҙөлдө

Бөгөн Өфөлә Сәнәғәт буйынса координация советы эшен башланы. Ул “Сәнәғәт экспортына  булышлыҡ итеү системаһын үҙгәртеп ҡороу һәм яңы ысынбарлыҡта өҫтөнлөклө импортты тәьмин итеү” тип атала.

Дүрт төбәк менән килешеүҙәр төҙөлдө
Дүрт төбәк менән килешеүҙәр төҙөлдө

Бөгөн Өфөлә Сәнәғәт буйынса координация советы эшен башланы. Ул “Сәнәғәт экспортына  булышлыҡ итеү системаһын үҙгәртеп ҡороу һәм яңы ысынбарлыҡта өҫтөнлөклө импортты тәьмин итеү” тип атала.

Форумды Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған. Сараның маҡсаты – сәнәғәт экспортына булышлыҡ итеү ҡоралдары һәм өҫтөнлөклө импорт тураһында фекер алышыу. Ултырышҡа Рәсәй төбәктәренең сәнәғәт министрҙары йыйылды.

Совет ултырышында ҡатнашҡандар “Сәнәғәт үҙәге” индустриаль паркын торбалар заводын ҡараны, Өфө трансформатор заводының һәм “ОДК-УМПО” һәм Авиация технологиялары технопаркын, Зубов ауылындағы пластик берекмәһенең уҡытыу майҙансыҡтарының эше менән танышты.

Эш көнө аҙағында “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Хөкүмәте илдең дүрт төбәге – Коми Республикаһы, Краснодар крайы, Омск һәм Түбәнге Новгород өлкәләре – менән сәнәғәт өлкәһендәге йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.

“Координация советы юҡҡа ғына Өфөлә үткәрелмәй. Башҡортостан – Рәсәй сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың йоғонтололоғо буйынса ике тапҡыр алдынғы булып танылған төбәк. Беҙҙә күрһәтерлек нәмәләр бар. Сәнәғәт – иҡтисадтың 300 меңгә яҡын кешеһен  берләштергән мөһим секторҙарҙың береһе”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу тантанаһынан һуң ул бер төркөм алдынғыларға Министрлыҡтың ведомство наградаларын тапшырҙы.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: