Республика халҡының финанс грамоталылығы буйынса тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе билдәле булды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова, Башҡортостандың Финанс тикшеренеүҙәре үҙәге директоры Евгений Декатов һәм “НАФИ” тикшеренеүҙәр үҙәгенең (Мәскәү) социаль-иҡтисади тикшеренеү йүнәлештәре директоры Екатерина Сушко ошо темаға арналған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы.
“Федераль кимәлдә бурыс ҡуйылған: 2030 йылға рәсәйҙәрҙең финанс яғынан уртаса һәм юғары грамоталы булған өлөшөн 80 процентҡа еткереү. Был йүнәлештәге эште даими алып барыу өсөн республикала быйыл апрелдә берҙәм компетенциялар үҙәге булдырылды”, – тине Лира Иғтисамова.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бөгөн республика халҡының 64 проценты финанс грамоталылығы йәһәтенән уртаса йәки юғары кимәлдә булыуын күрһәткән. Әйткәндәй, 2018 йылда был күрһәткес 59 процент ҡына тәшкил иткән.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.