

23 декабрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев республиканың юл-транспорт тармағы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт һәм республика наградаларын тапшырҙы.
Быйыл Юл фондының аҡса күләме 42 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән, ул төбәк һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын, күперҙәрҙе, юл айырсаларын реконструкциялау, төҙөү буйынса байтаҡ эш башҡарырға мөмкинлек бирҙе. Әле транспорт тармағында күләмле ғәмәлдәр дауам итә: хәрәкәт итеүсе составтар яңыртыла, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты, транспорт логистикаһы яҡшыра.
Вице-премьер билдәләүенсә, республикабыҙҙың ғына түгел, бөтә ил халҡының йәшәү сифаты юл тармағы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығына, эшкә яуаплы мөнәсәбәтенә бәйле.
– Ябай булмаған осорҙа һеҙ берҙәмһегеҙ, үҙ-ара килешеп эшләйһегеҙ, һөҙөмтәлә ҡуйылған маҡсаттарға һәм бурыстарға өлгәшәһегеҙ. Киләһе йыл беҙҙең өсөн – яңы проекттар, яңы ҡаҙаныштар йылы! Әүҙемлекте кәметмәгеҙ, ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа бөтә яҡлап ярҙам итербеҙ, – тине Алан Марзаев.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/19829/
Фото: pravitelstvorb.ru