Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәре порталы кадастр иҫәбе буйынса өс яңы хеҙмәт төрө менән тулыланды.
Тормош сифатын яҡшыртыу, эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын уңайлаштырыу өсөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон рәүешкә күсереү буйынса комплекслы эш дауам итә.
Күптән түгел, мәҫәлән, Дәүләт хеҙмәттәре порталында дәүләт кадастр иҫәбе буйынса өс яңы төбәк хеҙмәте барлыҡҡа килде. Һүҙ баҙар талап иткән кадастр хаҡын билдәләү, уның буйынса барлыҡҡа килгән бәхәстәрҙе ҡарау, аңлатма һораған мөрәжәғәттәргә яуап биреү тураһында бара.
“Яңы төбәк электрон хеҙмәттәре Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәре порталында урынлаштырылды. Дәүләт хеҙмәтен электрон рәүештә алыу граждандар һәм бизнестың дәүләт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеүен байтаҡҡа еңелләштерә”, – ти Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.