Бөгөн "Торатау" конгресс-холында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сәнәғәт буйынса координация советы ултырышын үткәрҙе.
Унда Рәсәй төбәктәренең 70-кә яҡын сәнәғәт министры ҡатнашты. Ултырыштың темаһы - "Сәнәғәт экспортына булышлыҡ итеү системаһын үҙгәртеү һәм яңы ысынбарлыҡта өҫтөнлөклө импортҡа алмаш саралары тураһында".
"Бөгөн Башҡортостанда йыйылыуыбыҙ осраҡлы түгел. Төбәк ҙур сәнәғәт ҡеүәтенә эйә. Беҙ уның менән таныштыҡ һәм быға инандыҡ. Шулай уҡ "Фармстандарт-ӨфөВИТА" предприятиеһының яңы цехы эшләй башланы. Шуныһы мөһим: төбәк экспортёрҙарға әүҙем ярҙам итә", - тип билдәләне Денис Мантуров.
Вице-премьер - Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы етәксеһе сығышында "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты сиктәрендә Хөкүмәт, төбәктәр һәм компаниялар хәл иткән өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләне. Һүҙ тышҡы ағымдарҙы, сәнәғәт продукцияһын һатыу каналдарын әлеге шарттарҙа перспективалы йүнәлештәргә үҙгәртеп ҡороу, шулай уҡ яңы халыҡ-ара транспорт-логистик коридорҙар булдырыу, тышҡы сауҙа бәйләнештәрен артабан киңәйтеү хаҡында бара.
"Ошо саралар сеймалһыҙ энергетикаға ҡарамаған экспорттың киҫкен түбәнәйеүенә юл ҡуймаҫҡа һәм беҙҙең логистиканы үҙгәртергә мөмкинлек бирҙе. Әйтәйек, 2022 йылдың ун айы йомғаҡтары буйынса уның күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,5 процентҡа ғына кәмегән. Логистиканы тиҙ арала үҙгәрттек, яңы кооперация бәйләнештәрен табабыҙ, үҙ-ара иҫәпләшеү схемаларына төҙәтмәләр индерәбеҙ. Күп осраҡта быға Хөкүмәттең көрсөккә ҡаршы оператив саралары һәм компанияларҙың тырышлығы арҡаһында өлгәшелде. Хәҙер беҙ был комплекслы эште дауам итәбеҙ", - тип билдәләне Денис Мантуров.
Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары - Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министры өҫтөнлөклө импорттың тергеҙелеүен дә билдәләне. Был профилле ярҙам сараларын сафҡа индереү һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Улар финансҡа ҡараған һәм ҡарамаған ысулдарҙы, таможня-тариф көйләүен үҙ эсенә ала. Тышҡы периметрҙағы мөмкинлектәр, конкуренцияға һәләтлелек сәнәғәттең тотороҡло эшенә, эске баҙарҙың тулылығына бәйле, тип өҫтәне Денис Мантуров.
Башҡортостан Башлығы сығышында илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының төбәк иҡтисадын үҫтереүҙә ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеген билдәләне.
"Өфөлә илдең Сәнәғәт буйынса координация советы эшен ҡабул итеү - беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы коллективы - бик эшлекле команда, уның менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү уңайлы. Бергәләп ҡатмарлы юл үтәбеҙ, бер саҡырыу икенселәре менән алмашына һәм был беҙҙе көслөрәк итә. Хәҙерге шарттарҙа яңы илдәр менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен яйға һалабыҙ. Был ил һәм уның төбәктәре өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Әлбиттә, эш ҡатмарлы, ул күп көс һәм төрлө форматлы ҡарарҙар талап итә. Беҙ шулай уҡ яңы эске мөмкинлектәрҙе лә күрәбеҙ. Күршеләребеҙ нимә етештергәнен күрәбеҙ, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә ниндәй ҡеүәт барлығын аңлайбыҙ. Һис шикһеҙ, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтерергә кәрәк. Башҡортостан ике йыл рәттән Рәсәйҙең сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында өҫтөнлөклө урында килә. Эшебеҙҙе юғары баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт. Әлбиттә, беҙ артабан үҫешергә ынтыласаҡбыҙ", - тине Радий Хәбиров.
Ултырышта ҡатнашыусылар экспортты үҫтереү, импорт продукцияһын индереү процедураларын ябайлаштырыу, халыҡ-ара транспорт-логистика коридорҙарын булдырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Координация советы ултырышы аҙағында вице-премьер - Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министры төбәк тармаҡ министрҙарына ведомство наградаларын тапшырҙы. Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн республика Башлығы Радий Хәбиров Денис Мантуровты Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.
Фото: glavarb.ru