Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Декабрь 2022, 08:00

Һатыуға ҡуйылған объекттарҙы картанан ҡарап була

Был алым һатып алыуҙар барышының һөҙөмтәлелеген арттырыуға һәм оптималләштереүгә йүнәлтелгән.

Һатыуға ҡуйылған объекттарҙы картанан ҡарап була
Һатыуға ҡуйылған объекттарҙы картанан ҡарап була

“Бәләкәй күләмдәге сауҙа агрегаторы” мәғлүмәт системаһын эшләүселәр Башҡортостандың Конкуренция сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты менән берлектә 600 меңгә тиклем күләмдәге ваҡ һатып алыуҙарҙың интерактив картаһын булдырҙы. Әлеге карта ярҙамында Башҡортостанда һатыуға ҡуйылған объекттарҙы еңел табып була.

— Ваҡ һатып алыуҙарҙың интерактив картаһы — айырым инфографика рәүешендә мәғлүмәттәрҙе визуалләштереү һәм анализлау ҡоралы. Графикта сағылған мәғлүмәт күберәк иғтибарҙы йәлеп итә һәм уны ҡабул итеүе еңелерәк. Дәүләт комитетының платформаны төҙөүселәр менән берлектәге эше, дөйөм алғанда, һатып алыуҙар барышының һөҙөмтәлелеген арттырыуға һәм оптималләштереүгә йүнәлтелгән, — ти Башҡортостандың Конкуренция сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

Яңы интерактив картала һәр ҡулланыусы төбәктә клиенттар урынлаштырған бөтә ваҡ һатып алыуҙар тураһында көнүҙәк һәм ышаныслы мәғлүмәт тупланған. Бынан тыш, потенциаль тәьмин итеүсегә билдәле бер заказсынан, тораҡ пункттарҙан, урамдарҙан берҙәм логистика йүнәлешендә ҡайһы бер продукцияны һатып алыу мөмкинлеген бирә.

Карталағы һатып алыуҙар визуаль формала мәғлүмәтте хатта яңы эш башлаған ҡулланыусыға ла бирә алырлыҡ итеп тәҡдим ителә. Бындай алым потенциаль тәьмин итеүселәрҙе (подрядсы ойошмаларҙы, башҡарыусыларҙы) йәлеп итеү өсөн бик мөһим, сөнки уларҙың күбеһе рәсми сайттың һатып алыуҙар системаһы менән бөтөнләй таныш түгел.

Интерактив карта — Башҡортостан Республикаһы клиенттары һәм тәьмин итеүселәре үҙ-ара эш итһен өсөн махсус булдырылған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең һөҙөмтәле ҡоралы.

Интерактив карта менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://zakaz.bashkortostan.ru/purchases/map

Фото: "Башинформ".

Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас