Иҡтисад
24 Декабрь 2022, 04:30

Өфөгә Денис Мантуров килде

"Торатау" конгресс-холына Рәсәй төбәктәренән 70-ләгән сәнәғәт министры йыйыла.

Өфөгә Денис Мантуров килдеӨфөгә Денис Мантуров килде
Өфөгә Денис Мантуров килде

Өфөгә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров килде.

Башҡортостандың баш ҡалаһында ул Сәнәғәт буйынса координация советы ултырышында ҡатнаша. Күләмле тармаҡ сараһы "Торатау" конгресс-холына Рәсәй төбәктәренән 70-ләгән сәнәғәт министрын йыя.

Сәфәр барышында вице-премьер республиканың бер нисә предприятиеһын ҡараясаҡ һәм Өфөнөң төрлө майҙансыҡтарында яңы етештереү ҡеүәттәрен асыуҙа ҡатнашасаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас