Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Декабрь 2022, 21:00

"Етештереү майҙансыҡтары төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ"

Бөгөн "Торатау" конгресс-холында Сәнәғәт буйынса координация советы ултырышы үтте.

"Етештереү майҙансыҡтары төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ"
"Етештереү майҙансыҡтары төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ"

Бөгөн, 24 декабрҙә, "Торатау" конгресс-холында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сәнәғәт буйынса координация советы ултырышын үткәрҙе.

Эш башланыр алдынан улар республиканың сәнәғәт ҡеүәте экспозицияһы менән танышты. Вице-премьер - республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев төбәктә индустриаль һәм технопарктарҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлеүҙәре хаҡында һөйләне. Уларҙа 168 резидент-компания эшләй, инвестицияларҙың дөйөм күләме - 44 миллиард һумдан ашыу. Парк биләмәләре 90 процентҡа тулған. Бынан тыш, республикала биш сәнәғәт кластерын үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләйҙәр. Уларҙың дүртәүһе - мебель, авиация, машиналар эшләү һәм сәнәғәт кластерҙары - Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрына инде. Еңел сәнәғәт һәм формалы кейем кластеры теркәлеү стадияһында.

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева республиканың сит илдәр менән хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтереүе хаҡында һөйләне. Төбәгебеҙҙең Ҡытайҙа, Төркиәлә, Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда вәкиллектәре бар.

Денис Мантуров Башҡортостандың сит илдәр менән әүҙем эшләгән предприятиелары продукцияһы менән танышты. Атап әйткәндә, Урал пружина заводы үҙ изделиеларын Төркиәнең вагон эшләү заводына ебәреүгә контракт төҙөнө. Ә Октябрьскийҙан "Пакер" ғилми-етештереү фирмаһы Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең нефть-газ комплексы предприятиелары өсөн пакер-якорь ҡорамалдары етештереүҙе үҫтерә.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Александр Шельдяев, сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа һөҙөмтәле институттарҙың береһе - Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды, тип билдәләне. Биш йыл эшләү дәүерендә ул 111 проектҡа ярҙам иткән, инвестицияларҙың дөйөм күләме - 40,8 миллиард һумдан ашыу, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 16,2 миллиард һум йәлеп ителгән.

Артабан "Торатау" конгресс-холы майҙансығында Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында Өфөнөң Шакша биҫтәһендә урынлашҡан "ПромҮҙәк" индустриаль паркы биләмәһендә 10,5 мең квадрат метрлыҡ яңы етештереү майҙансығын асыуҙа ҡатнашты.

Парк 2014 йылда булдырылған. Бында етештереү, келәт, сауҙа һәм офис биналары төҙөкләндерелгән, бөгөн ул – дөйөм майҙаны 76 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән биналар һәм ҡоролмалар комплексы. Парк резиденттары, дөйөм алғанда, 1,6 мең эш урыны булдырған. Майҙансыҡтарҙың ҙур ихтыяж менән файҙаланыуына бәйле былтыр бында күләмле инвестиция проекты башланған. Планда - "ПромҮҙәк" биләмәһендә майҙаны 40 мең квадрат метрлыҡ өҫтәмә корпустар төҙөү. Проект сиктәрендә тәүге етештереү майҙансығын асыу Координация советы ултырышына тура килтерелгән.

"Бик күп сәнәғәт һәм индустриаль парктар булыуы республиканың ҙур бизнесы һәм эшҡыуарҙарының яңы производстволар, проекттар асыу менән ҡыҙыҡһыныуы тураһында һөйләй. Был сектор бөгөн бик тиҙ үҫешә. Резиденттарға билдәләнгән пландарын тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйем", - тине Денис Мантуров.

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры шулай уҡ сәнәғәт ипотекаһы мөмкинлектәрен әүҙем файҙаланырға кәңәш итте. Ул етештереү майҙансыҡтары һатып алыуға һәм яңы объекттар төҙөүгә йылына биш процент ставка менән льготалы кредит биреүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы етәкселегенә иҡтисад үҫешенә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Индустриаль һәм технопарктарҙы үҫтереү - сәнәғәт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше. Республикала яңы етештереү майҙансыҡтарына ихтыяж ҙур. Беҙ уларҙы төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына сәнәғәт парктарына яйға һалынған булышлыҡ итеү системаһы өсөн рәхмәт. Беҙҙәге майҙансыҡтарҙың ҡайһы берҙәренә ҙур ярҙам күрһәтелде. Артабан да алға барасаҡбыҙ, был иҡтисадты үҫтереүҙең мөһим йүнәлеше, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

"ПромҮҙәк" паркының генераль директоры Павел Васильев хәбәр итеүенсә, идара итеүсе компания индустриаль майҙансыҡты үҫтереүгә - 1,7 миллиард һумдан ашыу, ә резиденттар 400 миллион һум аҡса һалған. 2018 йылда бында майҙаны 5,5 мең квадрат метр тәшкил иткән яңы корпус, ә 2020 йылда 9,4 мең квадрат метрға тағы ла бер корпус файҙаланыуға тапшырылған.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: