

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәхси сәхифәһендә түбәндәге яңылыҡ менән бүлешкән.
“Фотолағы балалар - Өфө уҡыусылары, улар Благовещенск предприятиеларында экскурсияла булған. Нисек икмәк бешерелеүен, Благовещен заводында үткәргес торба арматураһының нисек эшләнеүен ҡарағандар. Тәьҫораттары - даръя, ә үҫмерҙәрҙең бәғзеләре, бәлки, буласаҡ һөнәр тураһында ла уйланғандыр.
Благовещенда бындай экскурсиялар өсөн ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы яуап бирә, экскурсияға 8 (34766) 2-28-86 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.
Был беҙҙең өсөн яңы – сәнәғәт туризмы төрөнөң тәүге ҡарлуғасы. Ул Башҡортостанда яңы үҫешә генә башланы. Йүнәлеш бик перспективалы – республикабыҙҙа күрһәтерлек һәм һөйләрлек ғәмәлдәр күп. Шуға күрә пландар ҙа ҙур.
Стратегик башланғыстар агентлығының сәнәғәт туризмы буйынса II Рәсәй акселераторының "Асыҡ сәнәғәт" конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан 20 ҡатнашыусы иҫәбенә инде. Федераль хеҙмәттәштәр беҙгә Өфөлә (Өфө районы) һәм Благовещенскиҙа сәнәғәт туризмын үҫтерергә ярҙам итәсәк.
Акселераторҙа ҡатнашыу уҡытыу сараларын күҙ уңында тота, ә киләһе йылдың апрелендә беҙҙә сәнәғәт туризмын үҫтереүҙең төбәк стратегияһы булдырылырға тейеш. Экскурсия маршруттары ла булдырырбыҙ, һуңынан уларҙы федераль туроператорҙарға тәҡдим итергә мөмкин.
Сәнәғәт туризмы уҡыусылар һәм йәштәр өсөн һөнәри йүнәлеш биреү һәм беҙҙең предприятиеларға белгестәр йәлеп итеү йәһәтенән бик шәп мөмкинлек булыуын да аңлау мөһим”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Фотолар Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.