Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы Краснодар крайы, Омск һәм Түбәнге Новгород өлкәләренең тейешле ведомстволары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Был эш 23-24 декабрҙә Өфөлә үткән Сәнәғәт буйынса координация советының беренсе көнө барышында атҡарылды.
"2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттарында сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре рейтингында рәттән икенсе тапҡыр алдынғы урынды биләй. Бында 53 күрһәткес иҫәпкә алына, улар төбәктең иҡтисади үҫеше динамикаһын, сәнәғәт үҫеше институттарының эшмәкәрлеген, дәүләт ярҙамы сараларын, эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеген, шулай уҡ Рәсәйҙең Сәнәғәт үҫеше фонды менән үҙ-ара эш итеүҙе үҙ эсенә ала", – тине сараны асҡанда Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының төбәк сәнәғәте сәйәсәте һәм проекттар менән идара итеү департаменты директоры Иван Куликов.
"Беҙ сәнәғәт етештереүе өлкәһендә төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ", – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Ул Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына рәхмәт белдерҙе, коллегалары менән ҡул ҡуйған килешеүҙәр хеҙмәттәшлек бәйләнештәрен тағы ла нығытасағын билдәләне.
Төбәктәр сәнәғәт етештереүен диверсификациялау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй, бының өсөн сит ил партнерҙарын һәм инвесторҙарын йәлеп итеү ҙә күҙ уңында тотола. Ғилми технологияларҙы үҫтереүҙә, социаль әһәмиәтле, конкуренцияға һәләтле продукция етештереүҙә уртаҡ проекттар ҙа ҡарала.
Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе Краснодар крайының сәнәғәт сәйәсәте департаменты, Түбәнге Новгород өлкәһенең сәнәғәт, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы, Омск өлкәһенең Сәнәғәт һәм фәнни-техник үҫеш министрлығы менән төҙөнө.
Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru