Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Декабрь 2022, 19:30

Улар һүҙендә тора

Төбәктә газ үткәреү һәм социаль газ үткәреү программаларына яҡынса йомғаҡ яһалды.

Улар һүҙендә тора
Улар һүҙендә тора

26 декабрҙә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктә газ үткәреү һәм социаль газ үткәреү программаларына яҡынса йомғаҡ яһалды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Башҡортостан һәм “Газпром” 2025 йылға тиклем Төбәкте газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһын раҫланы. Ул ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендәге газ үткәргестәр төҙөүҙе, газ бүлеү станцияларын яңыртыуҙы, реконструкциялауҙы күҙ уңында тота.

Программаның актуаль варианты Башҡортостанда өҫтәмә бер мең километрҙан ашыу ҡасаба-ара һәм 1,1 мең километр ҡасаба эсе газ үткәргестәрен төҙөүҙе күҙ уңында тота. Документ “Газпром” етәкселеге менән килешелә.

Бынан тыш, 2021 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин йорт биләмәләре сигенә бушлай газ үткәреүҙе – социаль газ үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. Газ үткәргесте ер участкалары сиктәренә еткереү өсөн берҙәм газ үткәреү операторы яуаплы.

“Газпром төбәк-ара газ Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов һөйләүенсә, бөтәһе 31,6 мең йорт урынлашҡан 1 439 тораҡ пунктты күҙаллау программаһы менән солғап алыу планлаштырыла.

– Программаны тормошҡа ашыра башлағандан алып 33 меңдән ашыу ғариза ҡабул иттек, декабрь аҙағына газ бүлеү селтәрҙәре 29,8 мең йорттоң сигенә еткерелде, уларҙың 17,1 меңендә зәңгәр яғыулыҡ килтерелде лә, – тине Альберт Лоҡманов. – Ә беҙҙең эш барышында бөтәһе 41,3 мең йортҡа газ үткәреү мөмкинлеге булдырылды.

Республика тарафынан бирелгән 75 һәм 100 мең һумлыҡ газ үткәреү сертификаттары программаны тормошҡа ашырыуҙа ярайһы ҙур ярҙам булды.

– Бөтәһе 7 977 сертификат ҡабул иттек, шуларҙың 7 061-е буйынса эштәр тамамланды ла инде, – тине Альберт Лоҡманов. – 2023 йылдың 1 ғинуарынан сертификаттарҙың хаҡы 100 мең һум тәшкил итә. Льготалы тоташтырыу мөмкинлеге мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡағыла.

Башҡортостан Башлығы төбәктә газ үткәреү программаларын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

– Һеҙгә һәм хеҙмәттәштәрегеҙгә рәхмәт белдерәм. Республикала газ үткәреү буйынса ҙур эштәрҙе бергә башҡарабыҙ. Киләһе йылда “Газпро” Өфөлә ҙур физкультура-сәләмәтләндереү комплексын төҙөп бөтөргә ниәтләй. Был да беҙҙең өсөн бик мөһим объект, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: