Башҡортостан 2,0 төбәк экспорт стандартының бөтә инструменттарын да тормошҡа ашырҙы.
Был турала Башҡортостандың Республикаға идара итеү командаһының Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарамағындағы Халыҡ-ара кооперация һәм тышҡы сауҙа өлкәһен лицензиялау департаменты директоры Роман Чекушов менән эш кәңәшмәһендә билдәле булды.
“Беҙ Рәсәй төбәктәре араһында беренселәрҙән булып экспорт буйынса барлыҡ инструменттарҙы тормош ашыра алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Бөтә был саралар респуликала экспорт эшмәкәрлегенең йоғонтоло структураһын булдырырға ярҙам итәсәк”, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.