Ауыл хужалығы тармағының быйылғы миҙгеленә йомғаҡ яһалды. Иген культураларынан бындай уңыш 1986 йылдан башлап тәүге тапҡыр йыйып алынды һәм 5,2 миллион тоннаға етте. Майлы культураларҙан – яҡынса 600 мең тонна, шәкәр сөгөлдөрөнән 1,3 миллион тонна уңыш алынды.
Былтырғы ҡоро йылдың уңышҡа һаран көҙөн ҡапланыҡ, “плюс”ҡа ла сыҡтыҡ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов уңыштың мул булыуын барлыҡ ведомство һәм структураларҙың көйлө эшләүенә бәйләне. Беренсенән, орлоҡтоң 10 проценттан ашыуы элиталы һәм супер-элиталы булды. Икенсенән, минераль ашламалар етерлек кимәлдә алынды. Өсөнсөнән, техниканы яңыртыу ярҙамында агротехник саралар ваҡытында башҡарыла килде. Ямғырҙың да йәй башында мул яуыуын бер нисек тә инҡар итеп булмай.
Башҡортостандың 54 районы араһында уңыштың муллығы, баҫыуҙарҙың ҙурлығы менән айырылып торған төбәктәр бар. Стәрлетамаҡ, Илеш, Саҡмағош, Мәләүез, Ауырғазы, Дәүләкән, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондары быйыл барыһын да уҙып китте.
Әле игенгә хаҡ түбән булғанға, йыйылған уңышты келәттәргә һалдылар, биштән бер өлөшөн баҙарҙа һаттылар. Тағы ла ике миллион тоннаға тиклемен төбәк һатыуға ҡуя ала.
– Былтыр продукцияны 46 илгә, шул иҫәптән Ҡытайға, Иранға, Үзбәкстанға, Ҡаҙағстанға һаттыҡ. Европа илдәренә күпләп оҙатылды. Беҙ уларға мал аҙығы, етен, рапс һәм көнбағыш майы ебәрҙек. Әлеге ваҡытта Азияға ишек асабыҙ, – ти Илшат Фәзрахманов. – Беҙҙең продукция, күрше төбәктәр ҡуйған хаҡтар менән сағыштырғанда, арзаныраҡ, сөнки үҙебеҙ ҡулланғанға ҡарағанда күберәк етештерәбеҙ. Республикала игенгә ихтыяж ике миллион тонна тәшкил итә, беҙ иһә биш миллион тонна уңыш алдыҡ. Көнбағыш майын үҙебеҙ ҡулланғанға ҡарағанда – ете тапҡырға, шәкәрҙе 3,5 тапҡырға күберәк етештерәбеҙ. Һөтсөлөк тармағында 127 процент сеймал менән тәьмин ителгәнбеҙ.
Башҡортостандың агросәнәғәт комплексына ингән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмалары йыл һайын 600 миллион һум самаһы дәүләт ярҙамы ала. Башлыса “Агростартап”, “Агротуризм”, “Ғаилә фермаһы”, шулай уҡ кооперативтарҙы субсидиялау федераль программаларына ярашлы ярҙам күрһәтелә. Тәү сиратта уңышлы үҫешкән һәм артабан эшен киңәйтергә теләгән хужалыҡтарға өҫтөнлөк бирелә. Бөгөн республикала әҙер аҙыҡ-түлек етештереү үҫеше йәһәтенән иҡтисадтың был өлкәһенә ҙур өмөт бағлана.
Илшат Фәзрахманов ауыл хужалығы кооперативтарының тармаҡты үҫтереүҙә генә түгел, уларҙың ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуҙағы роленең дә ҙурлығына даими баҫым яһай. Төбәктә ауыл хужалығы тармағындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү башланғысы халыҡты, фекерҙәштәрҙе берләшеп, бергә аҡса эшләһен, ауылды үҫтерһен тигән маҡсатты күҙ уңында тотто. Тәү сиратта ошо алым ауылдарҙы һаҡлауға нигеҙ булып тора.
Бөгөн республикала миҫал булырҙай уңышлы кооперативтар бихисап. Уларҙың һаны 400-гә етте.
Йыл башынан ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 341 трактор, 140 иген һуҡҡыс һәм мал аҙығы әҙерләгән 47 комбайн, 51 үҙйөрөшлө һиптергес, 740 берәмек ер эшкәртеү һәм сәсеү ҡорамалдары алған.
"Шулай итеп, ҡорамалдар һатып алыу планын үтәнек. Был 2023 йылда агро-технологик сараларҙы ваҡытында үткәрергә һәм мул уңыш алырға мөмкинлек бирәсәк", – тине Хөкүмәт вице-премьеры – ауыл хужалығы министры.
Министр билдәләүенсә, "Росагролизинг" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ташламалы программалары буйынса 448 берәмек техника һатып алынған, йәмғеһе 2,8 миллиард һум сығым һалынған.
Ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙамға “Росагролизинг” ойошмаһы отошло финанс схемаһы менән "Иртә бронләү-2022" яңы ташламалы программаһын иғлан итте. Аванс ноль процент тәшкил иткән хәлдә лә, техника алған осраҡта тәүге түләүҙе 2023 йылдың апреленә тиклем кисектереү ҡаралған; төп бурысты шул уҡ киләһе йылдың 1 сентябренә тиклем кисектереү мөмкин; лизинг ваҡыты һигеҙ йылға тиклем оҙайтыла.
Быйыл республикаға 2,5 мең тоҡомло мал ҡайтарылған, ә һуңғы биш йылда иһә һөтсөлөк тармағы 29 меңдән ашыу тоҡомло мал һатып алған.
Дәүләт ярҙамының ғәмәлдәге саралары төбәктә тоҡомло мал һанын бермә-бер арттырырға ярҙам итте. Унан да бигерәк республикала субсидиялар Рәсәйҙә үҫтерелгән мал өсөн дә, сит илдән индерелгәне өсөн дә түләнә. Был төбәктә урындағы шарттарға яраҡлаштырылған таҙа тоҡомло “голштин”дар күбәйеүенә сәбәпсе булды. Шулай уҡ республикала селекция эштәрен камиллаштырыу өсөн яҡшы этәргес ул. Беҙҙә 79 тоҡомсолоҡ ойошмаһы уңышлы эшләй, шуларҙың 50-һе һөт малсылығы өлкәһендә эшмәкәрлек алып бара, республиканың был тармаҡта йыллыҡ үрсетеү материалына ихтыяжды тәьмин итә.
Башҡортостанда тоҡомло мал һатып алыуға сығымдарҙың 50 проценты күләмендә субсидия бирелә, әммә был сумма бер баш малға 60 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Был да яҡшы үҫешкә этәргес булып тора.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.