Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Декабрь 2022, 14:15

Сеймалға бәйле булмаған экспорт арта

Элегерәк беҙҙең ил һәм республика сит илгә башлыса нефть менән газ ғына һата тип белә инек, хәҙер сеймалға бәйле булмаған эскпорт күләме лә арта бара.

Сеймалға бәйле булмаған экспорт арта
Сеймалға бәйле булмаған экспорт арта

Был турала тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығындағы матбуғат конференцияһында әйтелде.

“Экспортҡа оҙатылған тауарҙы етештереү күләме быйылғы ун айҙа, былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда, 15 процентҡа артты, – ти министр Маргарита Болычева. – Был осраҡта шуныһы әһәмиәтле – экспорттың дөйөм күләмендә сеймалға бәйле булмаған продукция күләме 60 процентты тәшкил итә. Был күрһәткескә ике йыл элек үк өлгәшкәйнек, ләкин быйыл ул хаҡ яғынан үҙгәреш кисерҙе: 2020 йылда сеймалға бәйле булмаған тауарҙар экспорттың дөйөм өлөшөндәге хаҡ суммаһының 30 процентын  алып торһа, хәҙер – 50 процент”.

Министрлыҡтың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге сит илдәргә тауар һатыу менән шөғөлләнгән йәки шул маҡсатҡа ынтылған предприятиеларға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына даими ярҙам күрһәтә: сит ил компаниялары менән эшләргә өйрәтә, юридик ярҙам күрһәтә, сәфәргә йыйынғанда тәржемәселәр менән тәьмин итә һәм башҡалар.

“Ҡайһы ваҡыт эшҡыуарҙарҙан: “Экспорт беҙгә ҡыҙыҡ түгел шул – ҡатмарлы логистика, ташыу һәм барған ерҙә урынлаштырыу ҡыйынлығы, таныш булмаған ерҙә һатып алыусы сауҙа ойошмаларын табыу ауырлығы ҡурҡыта...” - тигәндәрен ишетергә тура килә. Ундай саҡта эшҡыуарҙы үҙебеҙҙәге өйрәтеү курстарына саҡырабыҙ. Был уҡытыуҙың файҙаһын күреү – беҙҙең өсөн шатлыҡлы хәл”, – ти Маргарита Болычева.

Һуңғы йылдарҙа сит илдәрҙә Башҡортостандың сауҙа вәкиллектәрен асыу буйынса ла ҙур эш башҡарыла. Әле биш илдә – Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Төркиәлә, Беларуста, Ҡытайҙа ошондай вәкиллектәр эшләп килә. Шуныһы бик әһәмиәтле: 2024 йылға тиклем Башҡортостан тағы ла һигеҙ илдә сауҙа вәкиллектәре асырға йыйына.

Бееҙҙең республика сит илдәргә нигеҙҙә ниндәй тауарҙар оҙата? Министр ундай әйберҙәр рәтендә машина эшләү предприятиеларының продукцияһын, башҡорт балын, кейем-һалымды, аҙыҡ-түлек төрҙәрен, пластик әйберҙәрҙе һанап үтте.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: