Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Декабрь 2022, 16:45

Алданған өлөшсөләр фатирлы буласаҡ

312 кеше баш ҡалалағы ике йортта фатир аласаҡ.

Алданған өлөшсөләр фатирлы буласаҡ
Алданған өлөшсөләр фатирлы буласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Өфөлә "Сомострой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең проблемалы тип һаналған ике йорто төҙөлөп бөткән. Уларҙы Башҡортостандың өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау фонды сафҡа индерҙе. Фатир асҡыстарын ошо көндәрҙә 312 кеше аласаҡ.

— Торлаҡ төҙөлөшө һәм алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеү буйынса уҙып барған йыл иң яҡшыһы булды тип билдәләге килә. Башҡортостан Республикаһы өс йыл эсендә граждандар хоҡуҡтары тергеҙелгән биш төбәк иҫәбенә инә: 7,9 мең кеше йортло булды, — ти Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Ике 21 ҡатлы күп фатирлы йорттоң дөйөм майҙаны — 15,4 мең квадрат метр. Уларға почта адрестары биреләсәк: Өфө ҡалаһы, Энтузиастар урамы, 10-сы һәм 12-се йорттар.

Төҙөлөш-монтаж эштәренең әүҙем этабы 2022 йылдың ғинуарында башланғайны. «Альянс-Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҙур эш башҡара: тәҙрә һәм витражлы быяла ҡоролмалар тулыһынса алмаштырыла; 159 машина өсөн ер аҫты туҡталҡаһы төҙөлгән; тышҡы канализация, һыу менән тәьмин итеү һәм йылытыу селтәрҙәре үҙгәртеп ҡоролған. Бынан тыш, биналарҙың йөк тейәүсе ҡоролмаларын нығытыу буйынса саралар күрелә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: