Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, “Байтуған” компанияһы М-5 “Урал” трассаһында юл буйы комплексы төҙөү өсөн ер майҙанын ҡуртымға алды.
Был проект республиканың Үҫеш корпорацияһы менән Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Күп функциялы был комплекс 58 миллион һумға төшәсәк һәм 23 яңы эш урыны булдырасаҡ.
“Проектта ҡаралғанса, кафе, ҡунаҡханаһы, кибете һәм автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү станцияһы булған заманса комплекс төҙөләсәк. Быға саҡлы ошо проект өҫтөнлөклө объекттар исемлегендә булды, шуға күрә инвесторҙың уны төҙөүгә дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеге лә тыуҙы”, – ти Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.