Башҡортостандың энергетика системаһы - илдә иң үҫешкәндәрҙең береһе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡеүәтле сәнәғәт, махсус иҡтисади биләмәләге предприятиелар, ҡалаларҙа һәм ҡасабаларҙа яңы биҫтәләр электр ҡеүәтен даими арттырыуҙы талап итә. Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың ун бер айында республиканың электр станциялары сәғәтенә 24 миллиард 421 миллион киловатт электр энергияһы етештергән.
2022 йылдың 7 декабрендә Башҡортостанда яңыртылғандан һуң Ҡарман һыу электр станцияһының 3-сө энергия блогы эшләй башланы. Ул - электр станцияларын комплекслы яңыртыу буйынса Президент программаһына Башҡортостандан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып индерелгән объекттарҙың береһе. Модернизациянан һуң ул ҡеүәтен, электр энергияһын етештереүҙе арттырасаҡ, шулай уҡ яғыулыҡтың сағыштырмаса сығымын кәметергә мөмкинлек бирәсәк.
Ә был эштең башы ғына. Башҡортостанда тағы ла биш - Өфө йылылыҡ электр станцияһы-2, Йылылыҡ электр станцияһы-4, Благовещенда Өфө йылғаһы буйы йылылыҡ электр станцияһы, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Яңы Стәрлетамаҡ йылылыҡ электр станциялары яңыртыласаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҡын киләсәккә пландар тураһында былай тип яҙҙы: "Электр станцияларының электр ҡорамалдарын яңыртып, яңы подстанциялар һәм электр үҙәктәре төҙөйәсәкбеҙ. Электр селтәрҙәрен һуҙыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Урал аръяғын энергия менән тәьмин итеү буйынса күләмле бурыстарҙы хәл итергә, гидроэнергетика өлкәһендә үҫеш пландарын тейешле һөҙөмтәгә тиклем еткерергә кәрәк. Рәсәйҙең артабанғы иҡтисади үҫеше өсөн энергетика системаһын яңыртыу талап ителә. Шул уҡ ваҡытта йыл аҙағында Рәсәйҙең ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары илдә электр энергияһына хаҡтарҙың тарихи юғары күләме тураһында яңғырауыҡлы атамалы мәҡәләләр баҫтыра башланы. Атом электр станцияһының планлы һәм планһыҙ ремонты сәбәпле етештереүсәнлек кәмеүенә электр энергияһына хаҡтарҙың артыуын бәйләгәндәр. Төп компаниялар йылылыҡ электр станцияларын тоташтырған, уларҙың энергияһы газға хаҡтарҙың күтәрелеүе арҡаһында ҡиммәтләнгән. Һөҙөмтәлә электр энергияһына күмәртәләп һатыу хаҡы артҡан".
Был мәғлүмәт эксперттар иғтибарынан ситтә ҡалманы. Рәсәй Федерацияһы энергетика министры Николай Шульгинов Рәсәй Энергетика министрлығының телеграм-каналында ошондай мәҡәләләргә аңлатма бирҙе һәм халыҡ өсөн электр энергияһына тарифтар дәүләт тарафынан көйләнеүен, күмәртәләп һатыу баҙарында хаҡтарҙың үҙгәреүенә бәйле түгеллеген белдерҙе. Халыҡ өсөн тарифтарҙы индексациялау Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫеше фаразына ярашлы бара.
Николай Шульгинов фекеренсә, электр энергияһына хаҡтарҙың иң юғары кимәле сикләнгән һәм оҙаҡҡа һуҙылманы. Ә 25 декабрҙән был осорға хаҡтар ғәҙәти кимәленә әйләнеп ҡайтты.
Фото Радий Хәбировтың сәхифәһенән.