Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы эшендә ҡатнашты. Сараны ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе.
Ултырышта төҙөлөш комплексының 2022 йылғы эшенә яҡынса йомғаҡтар ҡаралды, шулай уҡ төбәктәрҙә ҙур тармаҡ проекттарын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.
– Был ил тарихында төҙөлөш тармағы өсөн иң яҡшы йыл булды. Беҙ бөтә пландарҙы үтәнек – торлаҡты сафҡа индереү, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 101,5 миллион квадрат метр тәшкил итте, был былтырғы рекордтан 10 процентҡа күберәк, – тине Марат Хөснуллин. – Бындай уңышҡа бик ҙур эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһендә өлгәштек.
Вице-премьер илдең Төҙөлөш һәм транспорт министрлығының, “Росавтодор”ҙың һәм “Автодор” дәүләт компанияһының эшмәкәрлеген юғары баһаланы, шулай уҡ алынған темпты кәметмәү, өлгәшелгән күрһәткестәрҙе киләһе йылда ла һаҡлап ҡалыу зарурлығын билдәләне.
Башҡортостан Башлығы Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын ойоштороу тураһында һөйләне. Ул - Рәсәйҙә ошондай тәүге объекттарҙың береһе. Башланғыс “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Мәғлүм булыуынса, быйыл 14 декабрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән “Эталон” төркөмө кампус төҙөүгә концессия килешеүе төҙөгәйне.
– Төҙөлөш ике этапта планлаштырыла. Беренсе сиратты – 36 мең квадрат метр майҙанды реконструкциялауҙы – 2023 йылдың декабрендә тамамлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Икенсе сират – кампустың үҙәк өлөшө – 110 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләйәсәк. Әле беҙ ошо этапты башланыҡ. Раҫланған юл картаһы буйынса майҙансыҡты әҙерләү мәсьәләләрен хәл итәбеҙ. Бөтә бурыстарҙы билдәләнгән ваҡытта үтәрбеҙ.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Марат Хөснуллинға, Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығына республика проекттарына булышлыҡ иткәне, 2022 йылда үҙ-ара һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт әйтте һәм етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press