Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Декабрь 2022, 19:30

"ЙЫЛ ТАУАРЫ": вертолет үҙебеҙҙеке!

Хәҙер стихия менән көрәштә ышаныслы ярҙамсыбыҙ бар.

"ЙЫЛ ТАУАРЫ": вертолет үҙебеҙҙеке!
"ЙЫЛ ТАУАРЫ": вертолет үҙебеҙҙеке!

Башҡортостан быйыл Күмертау авиация предприятиеһында етештерелгән Ка-32А11ВС янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу вертолеты алды. Был яңы техниканы ысын мәғәнәһендә "Йыл тауары" тип атарға мөмкин. Республикаға уны тапшырыу тантанаһында “Ростех” авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков та ҡатнашты.

Вертолет багы һыйымы дүрт мең литр тәшкил итә, күбек барлыҡҡа килтереү багы – 400 литр һыйҙырышлы, һыу ятҡылығынан бакты тултырыу ваҡыты – бер минут. Һауа судноһы прожектор, метеорадар менән йыһазландырылған. Төнгө һәм ҡатмарлы һауа шарттарында был уңайлыҡтар экипажға ҙур ярҙам күрһәтәсәк.

“Беҙ вертолеттың Күмертауҙа етештерелеүе менән айырыуса ғорурланабыҙ. Яңыраҡ ҡына Күмертау авиация предприятиеһы бөлгөнлөк хәлендә ине. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә партнерҙарыбыҙ “Ростех”, “Рәсәй вертолеттары” холдингы һәм шәхсән Анатолий Сердюков ярҙамында хәлде яҡшыртырға мөмкин булды. Үткән йылда ғына етештереү бер ярым тапҡырға артты. Әлбиттә, киләсәккә пландар ҙур. Тағы ла әүҙемерәк эшләйәсәкбеҙ”, – тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Ка-32А11ВС моделе – күп маҡсатта ҡулланылыусы вертолет. Ул бейек биналар, ҡала төҙөлөштәре, тау йәки урман шарттарында маневрҙар яһауҙа ҙур өҫтөнлөккә эйә. Вертолет ҡотҡарыу эштәрен башҡарыу, урман янғындарын һүндереү һәм ҡаты яраланғандарҙы эвакуациялау өсөн файҙаланыла. Яҙғы ташҡында вертолетта йылғаларҙағы хәл-торошто контролләйәсәктәр, әүҙем туризм осоронда кешеләрҙе эҙләүҙә һәм эвакуациялауҙа ҡулланасаҡтар.

Хәҙер Күмертау авиация предприятиеһы яңы техниканы төрлө ведомстволар өсөн етештерә. Ә республика урман янғындарын оператив һүндереү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡалған кешеләрҙе ҡотҡарыу буйынса өҫтәмә мөмкинлектәргә эйә.

Башҡортостан өсөн Ка-32 вертолеттарын һатып алыу тураһында ҡарар Радий Хәбировтың предприятиеға 2021 йылғы эш сәфәре барышында ҡабул ителгәйне. Йәйҙең үтә эҫе килеүе, янғын хәүефе яңы техникаға ихтыяжды раҫланы. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов урман янғындарының 2020 йыл менән сағыштырғанда 4,5 тапҡырға артыуын билдәләне. Айырыуса Урал аръяғы райондары янғындарҙан ҙур зыян күрҙе. Радий Хәбиров урман янғындарын иҫкәртеү буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушты. Күмертау авиация предприятиеһына эш сәфәре шул мөһим аҙымдарҙың береһе булды.

”Республикабыҙ быйыл Күмертау авиация предприятиеһы етештергән янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу вертолетын алды. Үткән йылдың тәбиғәт янғындары күҙлегенән ни тиклем ҡатмарлы булыуын хәтерләйһегеҙҙер. Күп участкаларҙа тап вертолет техникаһы етешмәне. Хәҙер стихия менән көрәштә ышаныслы ярҙамсыбыҙ бар”, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты республика етәксеһе, яңы техниканы һатып алғандан һуң.

Күмертау авиация предприятиеһы 1962 йылда ремонт-механика заводы базаһында эш башлай. Алты йылдан һуң тәүге продукцияһын – Ка-26 вертолетын етештерә. Хәҙер ул Ка-31, Ка-226, Ка-32А11ВС вертолеттарын эшләп сығара. Предприятиеның генераль директоры Николай Фролов әйтеүенсә, янғынға ҡаршы ҡорамал үҙаллы комплекс булараҡ та ҡулланыла ала. Ка-32А11ВС вертолеты Рәсәйҙең күп төбәктәрендә, шулай уҡ Таиланд һәм Төркиәлә файҙаланыла.

– Башҡортостанда бөтә донъяла ихтыяж менән файҙаланған яҡшы вертолеттар етештерелә. Авиатөҙөүселәрҙең предприятиены үҫтереү буйынса пландары булыуы шатландыра. Һеҙгә яңы уңыштар теләйем, – тип белгестәрҙең ҡаҙаныштарын баһаланы Анатолий Сердюков.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: