Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда ағымдағы йылдың ун айында тышҡы сауҙа әйләнеше, үткән йылға ҡарағанда, 15,4 процентҡа артҡан. Шуныһы, экспорт – 19 процентҡа, ә импорт 1,4 процентҡа артҡан.
– Беҙ БДБ илдәре һәм яҡын сит илдәр менән экспорттың үҫеүен күҙәтәбеҙ, – тип һөйләй Башҡортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. – Уның ҡарауы, беҙ эште санкциялар алдынан һәм ҡайһы бер илдәрҙең Рәсәйгә дуҫ булмаған мөнәсәбәтенән һуң, Башҡортостан Башлығының бойороғона ярашлы, бойомға ашырҙыҡ. Үҙ сиратында, беҙгә фекерҙәш булған шул дәүләттәргә сәфәр ҡылдыҡ һәм ул илдәрҙең етәкселәре менән осраштыҡ, хеҙмәттәшлекте көйләнек.
Маргарита Болычева әйтеүенсә, экспортҡа ярҙам үҙәге – улар өсөн иң уңайлы инструмент. Уның ярҙамында эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек итәләр. Ошо үҙәк, эшҡыуар мөмкин тиклем тауарын сит ил баҙарына сығарһа алһын өсөн, ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашыра. Улар экспорт эшмәкәрлеге нигеҙҙәре буйынса уҡыуҙар ойоштора, эшҡыуарҙың тауары сит ил баҙарын яулаһын өсөн ярҙамдан өҙмәй, сертификат алыуҙа булышлыҡ итә, уларҙы күргәҙмәләрҙә ҡатнаштыра.
Белеүебеҙсә, 2023 йылда Өфөлә Рәсәй төбәктәренең һәм Белоруссияның X форумы ойоштороласаҡ. Быйыл Белоруссияның Хөкүмәте Премьер-министры Роман Головченконың Башҡортостанға сәфәре һәр йәһәтән дә отошло булған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.