Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Декабрь 2022, 11:00

"ЙЫЛ СӘНӘҒӘТ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ": Сода компанияһы – ышаныслы терәк

Быйыл Башҡортостан сода компанияһы тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән

"ЙЫЛ СӘНӘҒӘТ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ": Сода компанияһы – ышаныслы терәк
"ЙЫЛ СӘНӘҒӘТ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ": Сода компанияһы – ышаныслы терәк

“Йыл сәнәғәт предприятиеһы” номинацияһында Башҡортостан сода компанияһы лайыҡлы урын алып тора. Предприятие  хеҙмәткәрҙәре “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” гуманитар акцияһына ярашлы, ике тоннаға яҡын йөк туплап,  яңыраҡ мобилизацияланған хеҙмәткәрҙәргә һәм ирекмәндәргә тәүге партияны оҙатты.

“Акция ысын мәғәнәһендә халыҡсан булды, унда эшселәр ҙә, етәкселәр ҙә әүҙем ҡатнашты. Бензобысҡы, тепловизор, бензогенератор, портатив газ плитәһе, бинокль һәм башҡа кәрәк-яраҡ егеттәребеҙгә оҙатылды. Һәр посылкала – кейем-һалым, балаклава, ҡышҡы аяҡ кейеме, гигиена саралары. Яңы йыл алдынан хәрбиҙәр компаниянан тәмле күстәнәс тә алды, – ти Башҡортостан сода компанияһының персонал менән идара итеү буйынса директоры Владимир Ануфриев. – Алда ҙур эштәр тора, Шайморатов һәм Достовалов батальондары хәрбиҙәренә төрлө яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ”.

2022 йылда Башҡортостан сода компанияһы тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларындағы социаль объекттарҙағы тергеҙеү эштәренә етди ярҙам күрһәтелгән. Предприятие мобилизацияланған хеҙмәткәрҙәрен һәм уларҙың ғаиләләрен иғтибар үҙәгендә тота. Һәр хәрбигә 100 мең һум һәм ғаиләһенә 30 мең һум күләмендә айлыҡ түләү ҡаралған. Предприятие етәксеһе ҡушыуы буйынса, киләһе йылдың февраленән ҡалала мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә берҙәм ярҙам үҙәге булдырыласаҡ.

Күптән түгел республика етәксеһе Радий Хәбиров интервью барышында Башҡортостан сода компанияһының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ниндәй ҙур ярҙам күрһәтеүе хаҡында әйтеп үтте. Производствола сығымдар артыуына ҡарамаҫтан, “Сода” хәрбиҙәрҙе экипировка менән тәьмин иткән. Евросоюз яғынан предприятиеға ҡарата санкцияларҙың һигеҙенсе пакеты ҡабул ителеүе ҙур ҡаршылыҡтар тыуҙырһа ла, компания хеҙмәткәрҙәрҙең тормошон һәм эшмәкәрлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль программаларҙы һаҡлап ҡала алған. 2022 йыл эсендә генә предприятие хеҙмәткәрҙәренең һаулығын нығытыуға 105 миллион һум аҡса тотонған, хеҙмәтте һаҡлауға һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә 428 миллион һумға яҡын аҡса сарыф иткән. Компания ветерандарына ла даими рәүештә матди ярҙам күрһәтә. Предприятиеның профсоюз ойошмаһы адреслы матди ярҙам өсөн 15 миллион һумдан ашыу аҡса бүлгән, шул иҫәптән средстволарҙың бер өлөшө мобилизацияланған хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә пособие түләү өсөн тотонолған.

Предприятие, 2031 йылға тиклем раҫланған оҙайлы үҫеш программаһына ярашлы, экология мәсьәләләренә лә иғтибарын кәметмәйәсәк. Алда “аҡ дингеҙҙәрҙе” рекультивациялау бурысы тора. Был мөһим мәсьәләне хәл итеү һөҙөмтәһендә шламйыйғыстарҙағы тупланған шыйыҡлыҡ грануллы хлорлы кальций етештереүҙә нигеҙ  сеймал сифатында файҙаланыласаҡ. Ә “аҡ дингеҙҙәр” урынында сейә баҡсалары үҫеп сығыр тип күҙаллана...

 

Фото:Башҡортостан сода компанияһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: