2023 йылдан Башҡортостанда минималь эш хаҡына тәүге тапҡыр 5,7% өҫтәмә коэффициент билдәләнде.
Һөнәри белем биреүҙе, лайыҡлы хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт династияларын яңыртыу йылы тамамланыуға Башҡортостанда 2023-2025 йылдарға минималь эш хаҡы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Тәүге тапҡыр, ябай Урал коэффициентынан тыш, 5,7 процентҡа өҫтәмә төбәк арттырыу коэффициенты билдәләнде. Шулай итеп, 2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостандың бюджеттан тыш өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн – 19743 һум (16242 x 1.057 x 1.15 = 19 743), ә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә 18678 һум (16 242 x 1.15 = 18 678) күләмендә минималь эш хаҡы билдәләнде.
Бюджеттан тыш хеҙмәткәрҙәр өсөн минималь эш хаҡы менән сағыштырғанда үҫеш - 12,3 процент, ә бюджет хеҙмәткәрҙәре өсөн 6,3 процент тәшкил итәсәк.
Йәғни хеҙмәткәрҙең бөтә йөкләмәләрен үтәгәндә һәм тулы айға эш ваҡыты нормаһын башҡарғанда 2023 йылдан бюджеттан тыш өлкәлә эшләгән эш биреүсенең – 19743 һумдан, ә бюджет өлкәһендәге эш биреүсенең 18678 һумдан кәм булмаған сумманы түләргә хоҡуғы юҡ.
Межгорье ҡалаһының бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн, район коэффициентын иҫәпкә алып, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн түләм 2023 йылдың 1 ғинуарынан 27611 һум, ә бюджеттан тыш өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн 29185 һум була.
2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда шулай уҡ 2023-2025 йылдарға социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса республика килешеүе ғәмәлгә инә. Социаль партнерлыҡ яҡтары (БР Хөкүмәте, БР Профсоюздар федерацияһы һәм БР Эш биреүселәр союзы) документты 10 яңы пункт менән тулыландырҙы. Килешеүҙә 238 йөкләмә бар, улар иҫәбендә - лайыҡлы хеҙмәткә хоҡуҡты тәьмин итеү, тотороҡло мәшғүллек һәм эш урындары хәүефһеҙлеге, шулай уҡ һөнәри үҫеш мөмкинлектәрен киңәйтеү, хеҙмәткәрҙәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының йәшәү кимәлен күтәреү. Документ тармаҡ һәм территориаль килешеүҙәргә, шулай уҡ республика ойошмаларында коллектив договорҙарға нигеҙ булып хеҙмәт итәсәк.
Һөнәри белем биреүҙе, лайыҡлы хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт династияларын модернизациялау йылының төп йомғаҡтарының береһе тип Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хеҙмәт кешеһенә ҡарата иғтибарҙы арттырыуҙы атаны.
- Беҙ һөнәри белем биреүгә ҙур өмөт менән ҡарайбыҙ, сөнки хәҙер был өлкәгә лайыҡлы финанс ярҙамы күрһәтелә. Заманса оҫтаханалар булдырыла, йылдам һөнәри әҙерлек үҙәктәре барлыҡҡа килә, колледждар биналары һәм ятаҡтары яңыртыла. Быларҙың барыһы ла республикабыҙ колледждарында алырға мөмкин булған һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Ә Башҡортостанда уҡырға, эшләргә һәм лайыҡлы эш хаҡы алырға урындар бар, - тип уртаҡлашты Ленара Иванова.
Уҙған йылдағы өлгәшеүҙәр араһында министр «Хеҙмәт династиялары» республика конкурсын үткәреүҙе атаны, унда 121 династия ҡатнашты. Ленара Иванова билдәләүенсә, конкурс бөтә республиканы илһамландырҙы, шуға күрә уны йыл һайын үткәрергә ҡарар ителде.
Фото: resbash.ru/news/ekonomika/2023-01-01/v-bashkirii-budet-ustanovlen-dopolnitelnyy-povyshayuschiy-koeffitsient-k-minimalnoy-zarplate-3092356