VI Бөтә Рәсәй “Эске дәүләт (муниципаль) финанс контроленең иң яҡшы органы” конкурсына һығымталар яһалды. Башҡортостандың Финанс министрлығы “Һөҙөмтәләрҙе тормошҡа ашырыу” номинацияһында еңеү яуланы, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
2022 йылда үткәрелгән конкурста Башҡортостан контролерҙары шулай уҡ 2 һәм 3 дәрәжә дипломдарға (Шаран һәм Күмертау райондары) лайыҡ булды һәм “Һөҙөмтәле контроль” (Федоровка, Ишембай райондары), “Һөҙөмтәләрҙе тормошҡа ашырыу” (Стәрлетамаҡ) номинацияларында еңеүсе тип танылды.
- Был ҡаҙаныштар Финанс министрлығы Контроль-ревизия идаралығы хеҙмәткәрҙәренең контролдең яңы системаларын һәм ысулдарын файҙаланыу буйынса планлы эше һөҙөмтәһе булды, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.
Конкурс “Финконтроль” журналы, Дәүләт финанстары үҫеше союзы тарафынан 2017 йылдан үткәрелә. Башҡортостандан муниципаль берекмәләр йыл һайын унда призлы урындар яулай.
Фото: yarnews.me