

2022 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса муниципаль программалар эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға ярашлы сығымдарҙы ҡаплау өсөн 461 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм 31 үҙмәшғүл муниципаль субсидия алған. Ошо маҡсатта 188,8 миллион һум, шул иҫәптән муниципаль бюджеттан 88,8 миллион һум аҡса бүленгән.
Финанс ярҙамы «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм тәьмин итеү» дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
"Муниципаль кимәлдә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү – һәр райондың һәм ҡаланың киләсәккә индергән өлөшө. Муниципалитет эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә икән, тимәк, яңы эш урындары булдырыу, иҡтисадты нығытыу, һалым түләүселәр һанын арттырыу тигән һүҙ. Бизнесты формалаштырыуҙың башланғыс стадияһында бындай ярҙам айырыуса мөһим", — ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Субсидия эшҡыуарлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы, шул иҫәптән ҡуртым сығымдарын, торлаҡ булмаған йорттарҙы ремонтлауға, төп активтарҙы һәм ҡорамалдарҙы һатып алыуға, инженер инфраструктураһы объекттары менән тоташыуға, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә һәм башҡа сығымдарҙы ҡаплауға бүленә.
Белешмә:
«Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү» дәүләт программаһы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 14 ноябрендәге 548-се ҡарары менән раҫланған һәм бизнесҡа башланғыс идеянан алып киңәйтеүгә һәм экспортҡа тиклем бөтә этаптарҙа ла ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Дәүләт программаһы буйынса субсидия муниципаль программаларҙы берлектә финанслауға һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле инфраструктура ойошмалары сығымдарының бер өлөшөн субсидиялауға бирелә.
2022 йылда программа 468 миллион һум күләмендә финанслауҙы күҙ уңында тотҡан, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 369,7 миллион һум, муниципаль берәмектәр бюджетынан 98,3 миллион һум аҡса бүленгән.
Фото: Башҡортостандың туризм һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы сайтынан алыныды.