Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Ғинуар 2023, 19:45

Максим Забелин байрам айҡанлы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе

Раштыуа байрамына тиклем һанаулы сәғәттәр ҡалды. 

Максим Забелин байрам айҡанлы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе
Максим Забелин байрам айҡанлы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе

Башҡортостан Хакимиәте Башлығы Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика халҡын Раштыуа байрамы менән ҡотланы.

“Иман йөрәктәрҙә йәшәһен, өмөт иң ауыр ваҡыттарҙа ла бирешмәҫкә ярҙам итә, йыуаныс та, йылмайыу ҙа бирә. Был тылсымлы байрам тормошоғоҙҙо яҡтылыҡ, йылылыҡ, шатлыҡ һәм именлек менән тултырһын”, - тип яҙҙы Максим Забелин.

Әлеге ваҡытта баш ҡала православныйҙары Киров урамында урындашҡан ҡорамға йыйыла башлаған да инде. Төп саралар тап ошо ҡорамда үтәсәк. БЮТ каналы тантаналы сараны тура эфирҙа күрһәтәсәк.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.

Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас