Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Ғинуар 2023, 20:00

Башҡортостан - Бөтә Рәсәй проекттар конкурсы еңеүсеһе

Федераль конкурстың 16 номинацияһының етеһендә республиканың һигеҙ проекты призлы урындар яуланы.

Башҡортостан - Бөтә Рәсәй проекттар конкурсы еңеүсеһе
Башҡортостан - Бөтә Рәсәй проекттар конкурсы еңеүсеһе

Башҡортостан граждандар өсөн бюджетты тәҡдим итеү буйынса Бөтә Рәсәй проекттар конкурсында иң әүҙем биш ҡатнашыусы рейтингында беренсе булды. 2018 - 2022 йылдарҙа республика конкурсҡа 167 проект тәҡдим иткән.

"2022 йылда Бөтә Рәсәй проекттар конкурсында граждандар өсөн бюджет тәҡдиме буйынса Рәсәйҙең 56 төбәгенән 386 конкурс проекты ҡатнашты. Башҡортостандан еңеү өсөн 35 конкурс проекты көрәште, йәғни федераль конкурстың һәр 11-се проектын Башҡортостандан ҡатнашыусылар тәҡдим итте", - тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова.

Федераль конкурстың 16 номинацияһының 7-һендә призлы урындарҙы Башҡортостандан һигеҙ проект яуланы:

а) физик берәмектәр араһында: "Бюджет ҡануниәтен үҙгәртеү буйынса иң яҡшы тәҡдим" номинацияһында дипломға проект авторҙары төркөмө: Эльвира Фәнил ҡыҙы Хәкимова, Лилиә Мөхәмәтулла ҡыҙы Ғәйнетдинова, Лилиә Зәбир ҡыҙы Исламова; "Бюджет һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр" номинацияһында дипломға Надежда Юрьевна Дроздова, Дилноза Морат ҡыҙы Рамаҙанова, Анна Алексеевна Семирякова;

б) юридик шәхестәр араһында: "Граждандар өсөн иң яҡшы тармаҡ бюджеты проекты" номинацияһында - Ғафури районы хакимиәтенең финанс идаралығы, "Бюджет ҡануниәтен үҙгәртеү буйынса иң яҡшы тәҡдим" номинацияһында Ҡырмыҫҡалы район хакимиәтенең финанс идаралығы дипломға лайыҡ булды;

Мәләүез районы белем биреү учреждениеларының үҙәкләштерелгән бухгалтерияһы "Граждандар өсөн иң яҡшы тармаҡ бюджеты проекты" номинацияһында диплом менән бүләкләнде; "Бюджет һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр" номинацияһында дипломды Йылайыр районы хакимиәтенең финанс идаралығы алды; "Рәсәй Федерацияһы бюджеты һәм милли үҫеш маҡсаттары" номинацияһында Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең финанс идаралығына диплом бирелде; "Граждандар өсөн бюджет буйынса иң яҡшы мәғлүмәт панеле (дашборд)" номинацияһында дипломға Мәләүез районы хакимиәтенең финанс идаралығы лайыҡ булды.

2022 йылда уҙғарылған "Иң яҡшы муниципаль тәжрибә" Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың бер юлы өс ауыл биләмәһе төрлө номинацияларҙа беренсе урындар яуланы: "Муниципаль берәмектәр халҡы менән һөҙөмтәле кире бәйләнеш булдырыу, территориаль йәмәғәт үҙидараһын үҫтереү" номинацияһында - Салауат районының Миәшәгәр ауылы советы; "Төҙөлөш сәйәсәте, халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү" номинацияһында - Йылайыр районының Йылайыр ауылы советы; Краснокама районының Николо-Березовка ауылы советы - "Милләт-ара тыныслыҡты нығытыу" номинацияһында. Еңеүселәр федераль кимәлдә танылыу яулап ҡына ҡалманы, 18-шәр миллион һум аҡса ла алды.

Шулай уҡ конкурс йомғаҡтары буйынса Рәсәй Финанс министрлығы "Муниципаль иҡтисади сәйәсәт һәм муниципаль финанстар менән идара итеү" номинацияһы буйынса иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр йыйынтығын баҫтырып сығарҙы. "Муниципаль финанстар менән идара итеү" өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән, лайыҡлы тәжрибәһе булған муниципалитеттар иҫәбенән Мәләүез районының Нөгөш ауылы советы билдәләнде.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: