Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Ғинуар 2023, 18:00

Эшҡыуарҙарға - 2,8 миллиард һумлыҡ ярҙам

Башҡортостанда "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәште?    

Эшҡыуарҙарға - 2,8 миллиард һумлыҡ ярҙам
Эшҡыуарҙарға - 2,8 миллиард һумлыҡ ярҙам

2022 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттары Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 2,8 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәткән.

Финанс ярҙамы саралары "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды һәм үҙ эшеңде асыуға, шулай уҡ ғәмәлдәге бизнесты киңәйтеүгә йүнәлтелде. "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү программаларын, федераль үҙәктеке кеүек, төбәк үҫеш институттары ла тормошҡа ашыра. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ҡарамағындағы төбәк структуралары - Төбәк гарантия фонды, Төбәк лизинг компанияһы, Башҡортостан микрокредит компанияһы - 2022 йылда 1 200-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына ярҙам күрһәтте. Былтыр ошо ярҙам сараларынан 900-гә яҡын эшҡыуар файҙаланған", - ти эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Йүнселдәргә йөкләмәне кәметеү һәм бизнесты үҫтереү өсөн дәүләт финанс булышлығы күләмен арттырыу маҡсатында 2022 йылда микрозаймдар биреү, лизинг ярҙамы шарттары йомшартылды. Мәҫәлән, "Башҡортостан микрокредит компанияһы" әйләнештәге аҡсаны тулыландырыуға микрозаймдар биреү ваҡытын һәм төп аҡсаға инвестицияларҙы өс йылға тиклем арттырҙы, ә Төбәк лизинг компанияһы лизингка ҡорамалдар хаҡы буйынса минималь сикте кәметте.

2022 йылда "Башҡортостан микрокредит компанияһы"ның льготалы займдарынан 700 миллион һумдан ашыу суммаға 900 самаһы алыусы файҙаланған, шул иҫәптән 62 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты 68 миллион һумға кредит каникулы алған. "Башҡортостан Республикаһының радиотелевизион тапшырыу комплексы" акционерҙар йәмғиәте 500 миллион һумдан ашыу суммаға 53 лизинг алыусыға ярҙам күрһәткән. Төбәк гарантия ойошмаһы 1,5 миллиард һумлыҡ 190-дан ашыу яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған. Ул төбәк эшҡыуарҙарына 4,1 миллиард һум самаһы кредит аҡсаһын йәлеп итергә мөмкинлек биргән. Был кредит характерындағы яңы ҡабул ителгән шартлы йөкләмәләргә дөйөм операция лимиты күләмен арттырыу һәм Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына бирелгән яуаплылыҡ портфеле күләмен арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Белешмә өсөн: "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы раҫланған һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең башланғыс идеяһынан алып экспортҡа сығарыуға тиклемге бөтә этаптарында уға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Милли проект нигеҙендә Башҡортостанда өс төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла: "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы", "Үҙмәшғүлдәргә ярҙам итеү", "Предакселерация».

Ағымдағы йылда Башҡортостанда "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ингән сараларҙы тормошҡа ашырыуға 644,5 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы ҡаралған, шул иҫәптән федераль бюджеттан - 599,4 миллион һум, төбәктеке - 45,1 миллион һум.

Фото: ufa.rbc.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: