

Башҡортостанда халыҡтың финанс белемен арттырыуҙың даимилығын тәьмин итеү, төбәк финанс баҙарын тикшереү һәм үҫтереү, булған әһәмиәтле проекттарҙы киң таратыу өсөн тулы инфраструктура төҙөү маҡсатында "Башҡортостан Республикаһының финанс тикшеренеүҙәр үҙәге" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы йөҙөндә халыҡтың финанс белемлелеге буйынса берҙәм компетенциялар үҙәге булдырылды.
"Халыҡтың финанс грамоталылығы кимәлен арттырыу, 2017 - 2023 йылдарға Рәсәйҙә финанс грамоталылығын күтәреү стратегияһын тормошҡа ашырыу - Рәсәй Федерацияһы дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлештәренең береһе. Халыҡтың финанс белеме кимәле граждандарҙың йәшәү сифатына йоғонто яһай һәм илдең иҡтисади үҫеш факторы булып тора", - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова.
Финанс белеме биреү мәсьәләләренең әһәмиәте арта барыуын иҫәпкә алып, үҙәк өлкәндәр менән эш алып барыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ 2022 йылда республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе һәм урындағы Профсоюздар федерацияһы араһында халыҡтың финанс белемен арттырыу өлкәһендә үҙ-ара эш итеү, хеҙмәттәшлек тураһында өс яҡлы килешеү төҙөлдө. Документты тормошҡа ашырыу, шулай уҡ үҙәктең эше республиканың өлкән йәштәге халҡына финанс грамоталылыҡ буйынса дәрестәр ойоштороу майҙанын ярайһы арттырыу мөмкинлеген бирә (2021 йылда 1300 ҡатнашыусынынан торған хеҙмәт коллективтары өсөн финанс ғилеме буйынса 20 сара уҙғарылған, былтыр был күрһәткес 10484 кешегә еткән, 60 белем биреү сараһы үткән).
Фото: "Башинформ".