Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ғинуар 2023, 14:00

ЙЫЛ КОНКУРСЫ: Башҡортостан – Рәсәйҙә лидер

Республика Башлығы Радий Хәбиров тәү сиратта халыҡ мәнфәғәтен ҡайғырта.

ЙЫЛ КОНКУРСЫ: Башҡортостан – Рәсәйҙә лидер
ЙЫЛ КОНКУРСЫ: Башҡортостан – Рәсәйҙә лидер

Рәсәйҙә төрлө йүнәлештә ил эсендә генә түгел, ә халыҡ-ара һәм бөтә донъя кимәлендәге саралар даими ойошторола. Конференциялар, күргәҙмәләр, симпозиумдар Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан тыш, илебеҙҙең бүтән ҡалаларында ла йыш уҙа. Һөйләшеү һәм фекер алышыу майҙансығы итеп йыш ҡына Өфө ҡалаһының да һайланыуы осраҡлы түгел: беҙҙәге бай тәжрибәне бүтәндәр өйрәнергә килә.

Ҡаҙаныштарыбыҙ үҙебеҙ өсөн ҙур шатлыҡ булһа, башҡалар уңыш серенең нескәлектәренә төшөнгөһө килә, еңеүҙәребеҙ менән тәрәндән ҡыҙыҡһына. Ысынында, күрһәтерлек әйберҙәр бихисап, яҡташтарыбыҙ коллегалары менән әңгәмәләшеүгә атлығып тора. Баш ҡалабыҙҙа абруйлы ҡунаҡтарҙың йыйылыуы бөтәбеҙ өсөн дә оло ғорурлыҡ. Иҡтисад тармағы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, шулай уҡ мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм башҡалар - шуға асыҡ миҫал. Сараларҙың барыһында ла, айырыуса сәнәғәт тармағы буйынса ойошторолғандарында, Башҡортостан һәр саҡ теләп ҡатнаша. Иң мөһиме - ил етәкселеге республикабыҙҙы һәр саҡ Рәсәй субъекттарына ыңғай яҡтан өлгө итеп ҡуя. Был Башҡортостан етәкселегенең бар йәһәттән дә дөрөҫ сәйәсәт алып барыуы тигән һүҙ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда, мәғариф, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа тармаҡтарға айырым туҡталған шикелле, сәнәғәт тураһында ла бай мәғлүмәт бирҙе, тәрән анализ яһаны, иҡтисадтың ғәйәт ҙур иғтибар, яуаплылыҡ талап иткәнен ныҡлы билдәләне. Төп бурыс итеп сәнәғәттең, дөйөм алғанда, республикабыҙ иҡтисады секторының һөҙөмтәле эшен тәьмин итеүҙе ҡуйҙы.

Радий Хәбиров белдереүенсә, былтыр сәнәғәтебеҙ – һигеҙ процентҡа тиерлек, ә быйыл ун айҙа 2,8 процентҡа үҫкән. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың ике йыл рәттән Рәсәйҙә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урын алыуы, әлбиттә, ғорурлыҡ. Үҙ сиратында Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингында тәүге бишәү исемлегенә ингәнбеҙ, шулай уҡ фән буйынса рейтингта ла алдынғылыҡты бирмәгәнбеҙ.

Һандар түбәндәгеләрҙе асыҡтан-асыҡ һөйләй. Республикабыҙҙың ике тиҫтәнән ашыу предприятиеһы “Газпром” акционерҙар йәмғиәте өсөн импорт продукцияһына алмаш етештергән дә инде. Бәләбәй ҡалаһындағы “Автонормаль” заводы – “КамАЗ”ға, ә “Урал пружиналар заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “АвтоВАЗ”ға комплектлау материалдары сығара. Шулай уҡ Ростех структураһына ингән республика компаниялары “Сухой Суперджмет-100” һәм МС-21 самолеттары өсөн узелдар һәм агрегаттар етештереүҙә ҡатнаша.

Башҡортостан Рәсәйҙә автомобиль яғыулығы, кальцийланған сода, быяла, автомобиль прицебы, ярымприцеп һәм бүтән продукциялар етештереүҙә лә тәүге урынды бирмәй.

Алда әйтелгәнсә, тармаҡҡа бәйле төрлө саралар даими үтеп тора. Мәҫәлән, быйыл Екатеринбург ҡалаһында “Иннопром-2022” тип аталған халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында Рәсәй Федерацияһы субъекттарында сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингының исем туйы уҙғарылды. Дөйөм йомғаҡтар буйынса, Башҡортостан илдә еңеүсе тип билдәләнде.

Рейтингка ябай нәмә тип ҡарарға ярамай. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының методикаһы буйынса анализ яһалған һәм 53 күрһәткес иҫәпкә алынған. Өҫтәүенә, төбәктең иҡтисади үҫеш динамикаһы, сәнәғәт үҫеше институтының эшмәкәрлеге һәм уға дәүләт ярҙамы рәүешендә күрһәтелгән саралар, бизнестың эшлекле әүҙемлеге, шулай уҡ Рәсәй Сәнәғәт үҫеше фонды менән хеҙмәттәшлек итеүе лә ситтә ҡалмаған.

Мәртәбәле сарала Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров, төбәк сәнәғәте үҫеше йәһәтенән республикабыҙ етәкселеге эшенең һөҙөмтәлелеген юғары баһалап, былай тине:

– Башҡортостан бөтә төр күрһәткестәр буйынса рейтингта рәттән икенсе тапҡыр беренсе урынды яуланы. Бында республикаға идара итеү командаһының ҙур хеҙмәте ята.

Халыҡ-ара күргәҙмәлә Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Радий Фәрит улы уңыш серен ябай һүҙҙәр менән аңлатып бирҙе. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы күрһәтмәһенә ярашлы бөтә уй-маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу – лидерлыҡты бирмәүгә бер аҙым. Индустриаль һәм технологик парктар төҙөү, кластер сәйәсәте инструменттары һәм башҡалар - шуға асыҡ миҫал.

– Күптән түгел Белоруссияның “АМКОДОР” компанияһы етәкселеге менән осраштыҡ, – тине республика етәксеһе. – Улар беҙҙәге “Өфө” индустриаль паркында эш башлай. Бөгөн ошондай хеҙмәттәшлек булған өсөн дә алға барабыҙ.    

Радий Хәбировтың тағы бер сығышынан өҙөк килтерәйек.

– Был беҙҙең республикала алып барылған ҙур, системалы эш һөҙөмтәһе, – тине Радий Фәрит улы. – Шуның өсөн дә сәнәғәтебеҙ яҡшы үҫешә, пандемия һәм күләмле санкциялар булыуға ҡарамаҫтан. Беҙ сәнәғәт сәйәсәтен бер нисә йүнәлештә камиллаштырабыҙ. Барыһынан да элек был – дәүләт булышлығы, 1,5 миллиард һумлыҡ 18 төр ярҙам сараһы. Предприятиелар кредиттарҙы реструктуризациялау өсөн һәм яңы займдарға гарантия ала, субсидиялар менән файҙалана. Беҙ предприятиелар менән туранан-тура хеҙмәттәшлек итәбеҙ, “Сәнәғәт сәғәте”, ведомство-ара комиссия һәм эшсе төркөм өсөн кәңәшмәләр үткәрәбеҙ.

Башҡортостанда 12 индустриаль һәм 18 сәнәғәт паркы бар. Утыҙ меңдән ашыу кешегә хеҙмәт урыны булдырылған, 168 резидент эшмәкәрлеген йәйелдергән. “Алға” махсус иҡтисади зонаһы йылдам алға бара, республикабыҙҙың Сәнәғәт үҫеше фонды ҡеүәттәрен нығыта. 

Ғөмүмән, Башҡортостандың тотош Рәсәй күләмендә, бигерәк тә сәнәғәт һәм иҡтисад йүнәлешендә алдынғы булыуы, ил кимәлендә танылыуы - артабанғы үҫеш өсөн ныҡлы нигеҙ. Предприятиеларҙа халыҡҡа эш урындары күпләп булдырылған, үҙ сиратында уларҙың етәкселеге хеҙмәткәрҙәренә хаҡты ваҡытында түләй. Быларҙың барыһы шуны раҫлай - республика етәксеһе Радий Хәбиров тәү сиратта халыҡ мәнфәғәттәрен алға ҡуя.

Фото: https://klike.net

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: