“Беҙҙең идарасы команда үҙ эшендә шундай маҡсатҡа ынтыла: “Ниндәйҙер ишектәр һәм мөмкинлектәр ябылһа, беҙ диңгеҙ буйында ыңғай "ел"де көтөп ултырмайбыҙ, ә башҡа ишектәр һәм мөмкинлектәрҙе эҙләп табабыҙ”, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 2023 йылға Мөрәжәғәтнамәһендә.
“Донъя беҙгә санкциялар иғлан иткән илдәр төркөмөнә ҡарағанда күпкә киңерәк. Һәм беҙ яңы партнерҙар эҙләйбеҙ”, – тине республика етәксеһе.
Ошо йүнәлештәге эшмәкәрлектең былтырғы иң сағыу миҫалы итеп тәү сиратта Өфөләге “Торатау” конгресс-холында уҙғарылған Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығын күрһәтергә була. Унда халыҡ-ара кооперация, экспорт, инвестициялар үҫеше, иң яҡшы бизнес-практикалар мәсьәләләре тикшерелде. 2007 йылдан алып уҙғарылған һәм власть, бизнес вәкилдәрен, эксперттарҙы берләштергән был иҡтисади форумда 50-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылды, 55 фекер алышыу майҙансығы ойошторолдо, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге 500-ҙән ашыу спикер сығыш яһаны.
Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың ғинуар - сентябрендә Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше йыллыҡ сағылышта 13 процентҡа артҡан. Экспорт күләме 17,1 процентҡа күбәйгән, импорт бер процентҡа кәмегән. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәләренең береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдергәйне.
Уның әйтеүенсә, тышҡы сауҙа әйләнеше буйынса тәүге унау иҫәбендә — Төркиә, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Латвия, Нидерланд, Белоруссия, Һиндостан, Финляндия, Германия, Үзбәкстан. "Ошо илдәрҙең бишәүһе менән тығыҙ эш алып барабыҙ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән халыҡ-ара кимәлдәге хеҙмәттәшлекте көсәйтергә кәрәк. Ғөмүмән, беҙ өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ билдәләнек", — тине Радий Хәбиров.
Экспорт буйынса тәүге ун контрагент иҫәбендә булған Төркиә менән хеҙмәттәшлек айырыуса йәнле бара. Былтыр октябрҙә Истанбулда Башҡортостандың сауҙа-иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Сарала Төркиә компанияларынан, бизнес-берләшмәләренән һәм дәүләт власы органдарынан 300-гә яҡын вәкил ҡатнашты. Осрашыуҙа Башҡортостандан да 50 бизнесмен бар ине.
Республика вәкилдәре билдәләүенсә, Башҡортостан менән Төркиәнең тауар әйләнеше даими арта, үткән йылдың беренсе ярты йыллығы йомғаҡтарына ярашлы, был күрһәткес 60 процент тәшкил итте. Төркиә эшҡыуарҙарына Башҡортостанда бизнесҡа ярҙам саралары, мәҫәлән, ташламалы һалым һалыу һәм инфраструктура кешбэгы, заманса производстволар урынлаштырыу өсөн участкалар бүлеү тураһында ентекле һөйләнеләр. Был осрашыуҙа ниәттәр тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Улар араһында – Башҡортостан биләмәһендә йорт ҡош-ҡорто итен эшкәртеү буйынса автоматик ҡорамалдар етештереү ҡеүәттәрен урынлаштырыуҙы ойоштороу өсөн уңайлы шарттар булдырыу тураһындағы килешеү.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан Төркиәлә Башҡортостан вәкиле эшләй. Уның булышлығында республикаға ҙур инвестор (Sanica Pipe) йәлеп ителде. Төрөк эшҡыуары Башҡортостанда пластик торбалар һәм йылытыу батареялары етештереү буйынса ике завод төҙөргә йыйына. Был проекттар буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме — 2,3 миллиард һум, 255 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. Бынан тыш, GENESIS AGRO TRADE менән дөйөм хаҡы 142 миллион һумлыҡ көнбағыш һәм башҡа культураларҙың гибрид орлоҡтарын етештереү буйынса проект әҙерләнә.
Төркиәгә башлыса химия сәнәғәте продукцияһы, каучук, аҙыҡ-түлек, минераль продукттар оҙатыла. Башҡортостанға аҙыҡ-түлек, машиналар эшләү, химия продукцияһы, металдар, текстиль әйберҙәр һәм аяҡ кейемдәре килтерелә.
Ошо уҡ айҙа Өфөлә Ташкент көндәре уҙғарылғайны. Үзбәкстан контрагенттары менән осрашыуҙар үткәреүҙән тыш, урындағы бизнес ҡатнашлығында "түңәрәк өҫтәл"дәр, профилле предприятиеларға барыу, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре ойошторолдо.
Һуңғы осорҙа Беларусь Республикаһы менән хеҙмәттәшлек тә киңәйә бара. Башҡортостанда Минск автомобиль заводының йөк ташыу өсөн махсус техникаһын етештерә башлау планлаштырылыуы тураһында гәзиттә хәбәр иткәйнек инде. Был хаҡта "Иннопром-2022" халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә лә һөйләшеүҙәр булды. Быйыл иһә Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы төбәктәренең Х форумы уҙғарыласаҡ, республика етәксеһе был йыйынға ентекле әҙерләнергә ҡушты.
Цехтар республиканың сәнәғәт технопарктарының береһендә йәки өҫтөнлөклө зона биләмәһендә, мәҫәлән, Туймазының "Мастер" промтехнопаркында йәки "ПромҮҙәк" индустриаль паркында асыла.
Үткән йыл Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Токаев менән үткәргән эшлекле осрашыуҙа ла сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт, инвестиция һәм мәҙәни-гуманитар өлкәләрҙә Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу саралары тикшерелде. Ҡаҙағстандың Рәсәй менән стратегик партнерлығында Башҡортостан махсус урын биләй, тип билдәләне Ҡасым-Жомарт Токаев әңгәмә барышында. Дәүләт башлығы Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең үҫеүен билдәләне.
"Беҙ, һис шикһеҙ, Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында эшлекле хеҙмәттәшлек өсөн аныҡ проекттар булдырыу һәм уларҙы үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Шуға күрә һеҙҙең компанияларҙың етәкселәрен Ҡаҙағстанға саҡырам. Беҙ барлыҡ шарттар булдырырбыҙ. Әгәр һеҙҙең яҡтан индустриаль потенциалды иҫәпкә алған ҡыҙыҡлы берлектәге проекттар тәҡдим ителһә, һәйбәт эшләрбеҙ тип ышанам", – тине Ҡаҙағстан президенты.
Токаев һүҙҙәренсә, Башҡортостан Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең төбәк-ара хеҙмәттәшлеген нығытыуға ҙур өлөш индерә.
Радий Хәбиров Ҡаҙағстан президентына осрашыу өсөн рәхмәт белдерҙе һәм улар менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең стратегик мөһимлеген билдәләне.
"Башҡортостан Ҡаҙағстан бизнесы менән эште артабан да дауам итергә ниәтләй. Был беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо ваҡыт эсендә ҡул ҡаушырып ултырманыҡ. Ҡаҙағстанға сәфәрем барышында бер нисә килешеү төҙөлдө һәм ғәмәлгә ашырылды. Тауар әйләнеше йылдан-йыл арта. Әле яҡынса 430 миллион доллар", – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, беҙ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Ҡытай менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барабыҙ, ләкин Иран, Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәре һәм башҡа дәүләттәр менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланылмай әле. Тимәк, был тарафтарҙа эшләйһе бар.
Фото: glavarb.ru