Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Ғинуар 2023, 15:30

39 ғына ҡалып килә...

Йыл аҙағына тиклем республикала алданған өлөшсөләр ҡалмаҫҡа тейеш. 

39 ғына ҡалып килә...
39 ғына ҡалып килә...

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә сираттағы тапҡыр алданған өлөшсөләр проблемаһы ҡаралды.

Йыл башына Башҡортостанда 39 проблемалы торлаҡ объекты иҫәпләнә, уларҙы төҙөгәндә граждандарҙың хоҡуҡтары боҙолған. Бер йыл элек улар 106 ине. Был хаҡта БР төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, 12 проблемалы объектты республика көсө менән төҙөп бөтөү күҙаллана, 17 объектта төҙөлөш-монтажлау эштәре Биләмәләрҙе үҫтереү фонды ҡатнашлығында тамамлана. Фондтың күҙәтеү советының биш объект буйынса түләмдәр биреү тураһында ҡарарҙы ҡайтанан ҡарауы һәм тағы биш объект буйынса компенсация биреү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе көтөлә. Проблемалы объекттарҙың күбеһендә (30-лап) өлөшсөләрҙең хоҡуҡтары 2023 йылда тергеҙеләсәк, тип күҙаллана.

2022 йылда 14 проблемалы объект төҙөлөп бөттө: Өфөлә һәм Стәрлетамаҡ районында – дүртәр, Өфө районында – биш, Салауатта – берәү, һөҙөмтәлә 772 граждандың хоҡуҡтары тергеҙелде. 32 объект буйынса компенсациялар түләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Әлеге ваҡытҡа 3300 кеше дөйөм алғанда 8,6 миллиард һумлыҡ түләү алған. 2022 йыл башынан 70 объект проблемалылар исемлегенән төшөрөлгән.

Бынан тыш, ағымдағы йыл башынан проблемалы объекттарҙың һигеҙ төҙөүсеһенә ҡарата бөлгөнлөк процедураһы башҡарылған (“Высотки”, “Ҡала проекттары”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Литер 4”, “МашТехРесурсы”, “Герал”, “Госстрой-Стандарт”, “СУ-2 Госстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре).

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡ, быйыл йыл аҙағына тиклем республикала алданған өлөшсөләр ҡалмаҫҡа тейеш, тигән бурыс ҡуйғайны.

Фото: rb7.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: