Иҡтисад
10 Ғинуар 2023, 09:30

Ауыл етештереүселәре бергә туплана

Агрокластер фермерҙан алып магазинға тиклем ныҡлы бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирә.

Ауыл етештереүселәре бергә тупланаАуыл етештереүселәре бергә туплана
Ауыл етештереүселәре бергә туплана

Агросәнәғәт кластерының үҫеше тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙған.

“Башҡортостан — Рәсәйҙең агросәнәғәт кластеры булдырылған беренсе төбәге. Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы республиканы сәнәғәт кластерҙары реестрына индерҙе.

Был беҙгә нимә бирә? Агрокластер фермерҙан алып магазинға тиклем етештереүселәрҙе бер сылбырға берләштерергә мөмкинлек бирә. Аҙыҡ-түлек эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары сеймал, материалдар, башҡа кластерҙа ҡатнашыусылар етештергән компоненттар иҫәбенә импортҡа бәйлелекте кәметә ала. Етештереүселәрҙең федераль субсидияларға һәм ташламалы кредиттарға хоҡуғы буласаҡ, төбәк кимәлендә беҙ инвестиция проекттарын өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбенә индерәсәкбеҙ һәм уларҙы бөтә этаптарҙа ла оҙатып барасаҡбыҙ.

Ниһайәт, был аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә етди өлөш индерә. Был йүнәлештә әүҙем эш башланыҡ та инде. Планда инвестиция күләме 25 миллиард һум булған ауыл хужалығы паркын, күмәртәләп бүлеү үҙәген (һигеҙ миллиард һум), логистика үҙәген (1,1 миллиард һум), транспорт-логистика үҙәген (дүрт миллиард һум) һәм ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм һаҡлау үҙәген (2,6 миллиард һум) тормошҡа ашырыу ҡаралған”, - тип яҙа Башҡортостан Башлығы.

Фотолар Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Ауыл етештереүселәре бергә туплана
Ауыл етештереүселәре бергә туплана
Ауыл етештереүселәре бергә туплана
Ауыл етештереүселәре бергә туплана
Ауыл етештереүселәре бергә туплана
Ауыл етештереүселәре бергә туплана
Ауыл етештереүселәре бергә туплана
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас