Иҡтисад
10 Ғинуар 2023, 08:16

Үҫеш өсөн шарттар кәрәк, ә шарттарҙы... үҫеш булдыра

Башҡортостан сәнәғәтенә бер ҡараш.

Фото шәхси архивтан.Фото шәхси архивтан.
Фото:Фото шәхси архивтан.

Һәр ғәмәл нигеҙенә иҡтисад һалынған тиһәк тә, ундай бөтә нәмә таянырлыҡ нигеҙ булдырыу еңел түгел. Был эш кешелек тарихы башланғандан бирле бара. Беҙҙең республика ике ҡитға сигендәге уңайлы урында һәм ҡаҙылма байлыҡҡа, урман-һыуҙарға бай ерҙә урынлашҡан. Шул байлыҡты халыҡҡа хеҙмәт итерлек итеп файҙаланыу бөтә донъя көнәркәшлеге һәм көрсөк шарттарында көн-төн тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының фәнни-технологик үҫеш буйынса урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр ШЕЛЬДЯЕВ ошо йүнәлеш буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.

 

– Александр Николаевич, республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы тураһындағы ҡағиҙәгә ярашлы, һеҙ етәкселек иткән коллектив сәнәғәт тармаҡтарында уңайлы инвестиция мөхите булдырыуҙа һәм инвестиция әүҙемлеген арттырыуҙа ҡатнаша, өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙың мониторингын алып бара. Һуңғы йылдар йомғаҡтарынан сығып, һеҙ был эште нисек баһалайһығыҙ?

– Республикала инвестиция мөхитен яҡшыртыу маҡсатында ҡануниәт камиллаштырыла, был эш иһә Рәсәй инвестиция өлкәһендә биргән вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк. Был вәкәләттәргә сәнәғәт предприятиеларының үҫешкә сығымдар тотоноу менән ҡыҙыҡһыныуы ла, был йүнәлеште һаҡлау ҙа, махсус инвестиция килешеүҙәре төҙөү мөмкинлеге лә инә. Ошо килешеүҙәр Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында яңы етештереү ҡеүәттәре алыуҙың ябай, тиҙ башҡарылған механизмы булып тора.

Тәбиғи, республикала инвесторҙарға ярҙам ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү менән генә сикләнмәй. “Өҙлөкһөҙ үтәлгән инвестиция ағымы” проекты республикала инвестиция һалыу циклы оҙайлығын 30 процентҡа кәметеү буйынса эш алып бара. Әлеге ваҡытта инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса уртаса ваҡыт 272 көн тәшкил итә.

Ошо йүнәлештәге көслө ҡорал – республика Инвестиция комитетының Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткәрелгән “Инвестиция сәғәте” ултырыштары. Унда беҙ яңы инвестиция проекттарына дәүләттең ярҙам саралары буйынса ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ. Быйыл ошондай инвестиция сәғәттәрендә Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар буйынса министрлығы ҡарарға тейешле 21 проект тикшерелде, шуларҙың өсәүһе “Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары” исемлегенә индерелде. Уларҙың дөйөм суммаһы 2,7 миллиард һум тәшкил итә, һөҙөмтәлә 360 яңы эш урыны булдырылырға тейеш. Был исемлеккә инеү инвесторға һалым ташламалары, инфраструктура ярҙамы алыу мөмкинлеген бирә, ер майҙаны ла уға ҡуртым буйынса сауҙалашмайынса ғына тапшырыласаҡ.

2020 йылда республикала “Алға” махсус иҡтисади зонаһы ойошторолдо. Ике йыл ярым эсендә ошо биләмәгә 12 резидент йәлеп ителде. Тәҡдим ителгән инвестиция күләме – 25 миллиард һумдан ашыу, 1700 самаһы яңы эш урыны булдырыу планлаштырылған. Әлеге ваҡытта “Алға” зонаһының бер өлөшөн “Өфө” индустриаль паркына күсереү мәсьәләһе ҡарала.

Форсаттан файҙаланып, буласаҡ инвесторҙарға беҙҙең төбәктең инвестиция ҡеүәте менән танышырға тәҡдим итәм.

 

–   Билдәле булыуынса, Башҡортостан биләмәһендә кластерҙар үҫеше программалары тормошҡа ашырыла. Был программаларҙың асылы нимәлә һәм бөгөнгә ҡарата ниндәй һөҙөмтәләр бар?

– Республика сәнәғәт кластерҙарына ярҙам сараларын Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып ҡуллана башланы, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бурысҡа ташламалы  финанслау асылды. Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фондының сәнәғәт кластерҙарына махсус ярҙам ойоштороу бурыстарын үтәүҙә беҙ пилот төбәге итеп һайлап алындыҡ. Ошо эштең дауамы булараҡ, былтыр 8 апрелдә Өфөлә Рәсәйҙең Волга буйы федераль округындағы Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһының вәкиллеге асылды.

Республика предприятиелары базаһында илебеҙҙәге беренсе мебель кластеры булдырылды, ул халыҡ ҡулланыуы тауарҙары буйынса импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә һәйбәт миҫал булып тора. Мебель кластерында ҡатнашыусылар тейешле комплект­лаусы әйберҙәр етештереү буйынса биш проектты тормошҡа ашырыуҙы планлаштыра. Ә был кластерҙа бөтәһе 775 миллион һумлыҡ 14 проект ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Ошо предприятиеларҙың тәүгеләре – матрастар һәм ултырғыстарға 420 миллион һумлыҡ комплектлау әйберҙәре етештерергә йыйынған “Корона” һәм “Амик” компаниялары. Был иһә мебель тармағының сит ил продукцияһынан бойондороҡлолоғон байтаҡҡа кәметергә тейеш. Корпуслы мебель етештергән “Велес” компанияһы Ҡаҙағстан баҙарына сығырға ниәтләй.

Кластерҙа яҡындағы өс-дүрт йылда 1200-ҙән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килер, тип көтөлә. Ә продукцияның дөйөм күләмен 3,6 миллиард һумға еткерергә уйлайҙар.

24 ноябрҙә Башҡортостандың Авиация сәнәғәте кластеры федераль талаптарға яуап биреүен раҫланы һәм Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының федераль исемлегенә индерелде. Был кластерҙа әлеге мәлдә 10 сәнәғәт предприятиеһы ҡатнаша.  Улар араһында “Молния” Өфө ғилми-етештереү предприятиеһы” менән  “Берләшкән двигателдәр эшләү кор­порацияһы – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” лә бар. Ике коллектив металл эшкәртеү станоктары өсөн комплектлаусы әйберҙәр һәм авиация сәнәғәте өсөн төрлө ҡорамал өлөштәре етештереү буйынса берлектәге ике кластер проектын тормошҡа ашыра. Уларҙы 2026 йылға саҡлы бойомға ашырыуҙы планлаштыралар, бының өсөн 242 миллион һумдан ашыу аҡса тотонорға тура киләсәк. Башҡортостандың авиация сәнәғәте кластеры күҙаллауынса, был берекмә ағзалары 2026 йылғаса сәнәғәт етештереүе күләмен 125 миллиардҡа, төп капиталға инвестицияны – 3,4 миллиард һумға, эш урындары һанын 26 меңдән ашыу берәмеккә еткереү планын ҡуя.

Бынан тыш, тағы ла ике кластер ойошторолдо: машиналар эшләү буйынса 12 компания тупланды һәм сәнәғәт буйынса кластерға 16 предприятие инде. Улар буйынса ла документтар әҙерләп, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы исемлегенә индереү өсөн тапшырҙыҡ. Быйыл улар ошо реестрға индерелергә тейеш.

Сәнәғәт кластерында ҡатнашыу был предприятиеларға нимә бирә? Улар импортҡа алмаш продукция етештереүҙе дәртләндереү өсөн федераль кимәлдәге ярҙам алырға хоҡуҡлы буласаҡ. Был ярҙам Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән килешеү нигеҙендә бирелә һәм 300 миллион һумға саҡлы булырға мөмкин. Былтырғы йомғаҡтарға ярашлы, мәҫәлән, берлектәге проектты тормошҡа ашырыу сығымдарын ҡаплауға Мебель кластеры ағзаһы “Апогей” йомшаҡ мебель фабрикаһы 8,2 миллион һумлыҡ федераль субсидия алды.

Башҡортостандың сәнәғәт кластерҙарына грант рәүешендә ярҙам биреү буйынса үҙенең дә саралары бар. Сәнәғәт кластерындағы бер предприятиеға иң бәләкәй ярҙам күләме әлеге ваҡытта дүрт миллион һум тәшкил итә.

Сәнәғәт кластерҙары булдырыу һәм уларҙы үҫтереү күп кенә тармаҡтарҙа юғары технологиялы импорт продукцияһын алмаштырыу форсатын бирәсәк. Шул иҫәптән машиналар эшләүҙә, химия предприятиеларында, электр техникаһы һәм электроника, фармацевтика компанияларында, авиация һәм автомобиль заводтарында. Беҙҙең күҙаллауҙарға ярашлы, республика предприятиелары тармаҡ кластерҙарында үҙ продукцияһын етештереүҙе бер нисә тапҡырға арттырасаҡ, был иһә өҫтәмә эш урындарын күбәйтеүгә һәм төрлө кимәлдәге ҡаҙналарға һалым түләүҙәрен арттырыуға алып киләсәк. Башҡортостандың быға саҡлы сит илдәрҙән килтерелгән продукцияны алмаштырырға бөтә мөмкинлектәре бар.

 

– Машиналар эшләү комплексын нигеҙле рәүештә ил иҡтисадының төп тармағы тип атайҙар – ул етештергән техника халыҡ ҡулланыуы тауарҙарынан алып хәрби тәғәйенләнештәге продукцияға тиклем ғәйәт киң рәүештә файҙаланыла, шуға күрә был тармаҡ һәр заманда ла ил сәнәғәтенең үҫеш кимәлен билдәләй. Башҡортостанда ла машина эшләү предприятиелары дәүләт алдында торған бурыстарҙы атҡарыуға лайыҡлы өлөш индерә. Республикалағы был тармаҡтың бөгөнгө үҫешен нисек баһалайһығыҙ? Беҙҙә етештерелгән техника донъя баҙарында көнәркәшлеккә һәләтлеме?

– Башҡортостан Рәсәйҙең иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Республикабыҙ күп кенә сәнәғәт продукцияһы төрҙәре буйынса ил төбәктәре араһында алдынғы урында тора, айырым төрҙәр буйынса юғары кимәлде һаҡлап килә.

Дөйөм алғанда, Башҡортостан иҡтисадына күп тармаҡлылыҡ хас, айырыуса сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм ауыл хужалығы ныҡ үҫешкән. Сәнәғәттең үҙен генә алып ҡарағанда, бында ике комплекс өҫтөнлөк итә: машина эшләү предприятиелары һәм технологик-иҡтисади яҡтан бер-береһенә бәйле булған нефть сығарыу һәм эшкәртеү, нефть химияһы һәм химия тармаҡтары.

Бөгөн етештереү күрһәткестәрен яҡшыртыу Рәсәйҙең дә, Башҡортостандың да иҡтисади сәйәсәтендә төп иғтибар үҙәгендә тора. Илебеҙҙә тормошҡа ашырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты, башҡа маҡсаттар менән бергә, алдынғы идара итеүҙе ойоштороу һәм технологик ҡарарҙар ҡабул итеү, төп фондтарҙы яңыртыу, кадрҙар әҙерләү системаһын яҡшыртыу бурыстарын да хәл итә. Бөгөнгә республиканың 80-дән ашыу предприятиеһы ошо проектта ҡатнаша.

Машиналар эшләү комплексындағы яңыртыу эштәре араһында “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” акционерҙар йәмғиәтендә асылған вертолет двигателдәре өсөн өлөштәр етештереү буйынса Рәсәйҙәге иң ҙур үҙәкте атарға була. Импортҡа алмаш һәм Рәсәй заводтарына вертолет двигателдәре етештереүгә продукция оҙатып тороу өсөн тәғәйенләнгән был үҙәк 2020 йылдың 17 июлендә сафҡа инде. Ә былтыр “Ростех” дәүләт корпорацияһының  уҡыу-етештереү үҙәге эшләй башланы, ул – Рәсәйҙәге берҙән-бер шундай ойошма.

Йәки “Күмертау авиация етештереү предприятиеһы” йәмғиәтен алайыҡ. Ул махсус эштәр өсөн тәғәйенләнгән граждандар вертолеттары етештереү буйынса халыҡ-ара баҙарҙа алдынғы урындарҙың береһен биләп килә. Төрлө модификациялы вертолеттарҙы Рәсәйҙә генә түгел, Азербайжанда, Ҡаҙағстанда, Кореяла, Ҡытайҙа, Канадала, Кубала, Һиндостанда, Вьетнамда, Яңы Гвинеяла, Португалияла, Испанияла, Швейцарияла, Бразилияла, Таиландта һәм башҡа илдәрҙә файҙаланалар.

Бынан тыш, беҙҙең республиканың машиналар эшләү тармағында нефть һәм газ өсөн ҡорамалдар етештереү әүҙем бара. Предприятиеларҙың баҙар иҡтисадында көнәркәшлеген һаҡлап ҡалыу өсөн яңы технологияларҙы сафҡа индереү һәм Рәсәйҙең ҙур нефть компанияларының, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең талаптарына яуап бирә алған перспективалы продукция етештереүҙе үҙләштереү туҡталмай.

Тимәк, донъя көрсөгө, коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр һәм тышҡы санкциялар арҡаһында баҙар конъюнктураһы үҙенсәлектәре ҡатмарлаша барһа ла, машина эшләү предприятиелары етештереү ҡеүәттәрен яңыртыуҙы, яңы продукция төрҙәрен үҙләштереүҙе дауам итә. Улар машиналар эшләү компанияларының донъя баҙарында көнәркәшлеккә ярайһы уҡ һәләтле, тип әйтергә мөмкин. Һуңғы йылдарҙа алдынғы технологиялар индереү һәм юғары етештереүсәнле ҡорамалдар менән йыһазландырыу беҙҙең предприятиеларҙың заманса продукция эшләп сығарыу мөмкинлектәрен байтаҡҡа киңәйтте.

 

– Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә “Гидравлика” унитар агрегат предприятиеһы директоры Виктор Новиков заказдар менән проблемалар булмауы, әммә эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ кисереүҙәре тураһында һөйләне. Республиканың сәнәғәт предприятиелары өсөн инженер-техник һәм эшсе кадрҙар әҙерләү нисек бара?

– Ғәмәлдә машиналар эшләү өлкәһендәге ҙур һәм уртаса предприятиеларҙың барыһы ла эшсе һөнәрҙәре буйынса (слесарҙар, фрезлаусылар, иретеп йәбештереүселәр һәм башҡалар) квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Был тәңгәлдә белем биреү һәм республиканың сәнәғәт пред­приятиеларының берлектәге проекттары ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы, “Берләшкән двигателдәр эшләү кор­порацияһы – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” акционерҙар йәмғиәте һәм Өфө машиналар эшләү колледжы көсө менән “Машиналар эшләү тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге” тип аталған беренсе белем биреү-етештереү кластеры булдырыласаҡ. Проектты финанслауҙың дөйөм суммаһы – 200 миллион һум. Ошо проектҡа ярашлы, “Берләшкән двигателдәр эшләү кор­порацияһы – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” акционерҙар йәмғиәте өсөн талап ителгән һөнәрҙәр буйынса төп белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

Шулай уҡ, “Профессионалитет” проекты сиктәрендә, былтыр март айында Мәскәүҙә “СТАН” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамында “Ростех” дәүләт корпорацияһы менән Стәрлетамаҡ политехник колледжында кадрҙар әҙерләү буйынса уҡытыу-етештереү үҙәге асыу тураһында килешеү төҙөлдө. “СТАН” ошо үҙәккә универсаль станокты бушлай бирергә ризалашты.

Беҙҙә байтаҡ йылдар “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” йәмғиәтендә етештереү-уҡытыу үҙәге эшләп килә. Был йүнәлештә байтаҡ тәжрибә тупланған. Ул иң күп талап ителгән эшсе һөнәрҙәре буйынса киң профилле белгестәр әҙерләй. Уҡыу кластары һәм лабораториялар, заманса ҡорамал урынлаштырылған етештереү комплексы, ҡыҫҡаһы, яңы һөнәр алыу йәки хатта бер нисә һөнәргә эйә булыу өсөн бөтәһе лә бар. Үҙәктә машина эшләү заводтары өсөн станоксылар, контролерҙар, механик йыйыу слесарҙары, шымартыусылар, программа менән идара ителгән станок операторҙары һәм башҡа һөнәрмәндәр әҙерләнә. Әлеге көндә үҙәктә бер меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән яңы һөнәр алырға килгән 250 белгес, Өфө авиация техникумының һәм Өфө машиналар эшләү колледжының 773 студенты шөғөлләнә.

Учалы тау сәнәғәте колледжы тау сәнәғәте предприятиелары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләй, уның стратегик хеҙмәттәше – “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәте. “Профессионалитет” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, маҡсатлы уҡытыу тураһында предприятие менән колледж араһында төҙөлгән килешеүҙәр һанын йыл да арттыра барыу планлаштырылған: былтыр унда 15 кеше алынған, быйыл – 25, 2024 йылда 35 кеше уҡырға киләсәк.

Иҡтисади санкциялар индерелгәс, беҙ кисекмәҫтән хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеүгә йүнәлтелгән саралар күрҙек, шәл иҫәптән – сәнәғәт өлкәһендә. Мәҫәлән, эш урынын юғалтыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр өсөн ваҡытлыса вакансиялар булдырыу сараларында Белорет металлургия комбинаты, “НефАЗ” акционерҙар йәмғиәте, Туймазы автобетоновоздар заводы, Бәләбәй “Автонормаль” заводы, Нефтекаманың “Искож”, Бәләбәйҙең “Автодеталь” кеүек предприятиелары ҡатнаша. Был компанияларға ваҡытлыса эш урындарын ойоштороуға һәм хеҙмәт хаҡы түләүгә тотонолған сығымдарҙы дәүләт кире ҡайтара.

Уларҙан тыш, сәнәғәт предприятиеларынан эштән ебәрелеү хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәрҙе яңы һәм өҫтәмә һөнәрҙәргә уҡытыу буйынса төбәк программаһы ла бар. Уны финанслау өсөн федераль һәм республика ҡаҙналарынан 190 миллион һум ҡаралған. Был программа буйынса эшселәр һанын ҡыҫҡартырға йыйынған сәнәғәт предприятиеларына хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға киткән сығымды ҡаплаясаҡтар. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 3 574 кешене уҡытыу буйынса 33 предприятие менән килешеү төҙөлгән дә инде. Башҡорт­остандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы өҫтәмә ярҙам сараларында ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында предприятиелар етәкселәренә даими хәбәр итеп тора.

 

– Былтыр 1 декабрҙә республикабыҙҙа тәүге тапҡыр Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде һәм артабан уны йыл һайын байрам итәсәктәр. Ә бит бөтә хужалыҡ тармаҡтарының да тиерлек  үҙ һөнәри байрамы бар...

– Был көндөң датаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Башҡортостан Респуб­ликаһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законын ҡабул иткән көнгә тура килә – ете йыл элек 1 де­кабрҙә ғәмәлгә ингәйне. Ул тулы күләмле документ һәм хужалыҡ итеү субъект­тарының, инфраструктура ойошмаларының, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөнәсәбәттәрен көйләй. Аңлашылалыр: айырым тармаҡтың түгел, ә тотош иҡтисади сәйәсәт буйынса хеҙмәткәрҙәрҙең байрамы, йәғни ошо тармаҡта әүҙем эшләгән кешеләрҙең көнө, тағы ла анығыраҡ әйткәндә, ул 150-нән ашыу ҙур һәм уртаса предприятиеларҙа эшләгән 250 мең һөнәрмәнгә ҡағыла.

Бөгөн беҙ республикала сәнәғәтте үҫтереүҙәге өҫтөнлөктәрҙең һәм йүнәлештәрҙең дөрөҫ билдәләнеүе тураһында әйтә алабыҙ. 2020 һәм 2021 йылдар йомғаҡтарына ярашлы, инвестиция йәлеп итеү буйынса илдең иң яҡшы биш төбәге рәтендә киләбеҙ. Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды, Рәсәйҙең башҡа ошондай фондтары менән сағыштырғанда, алдараҡ бара. Беҙҙең республикала эшҡыуарлыҡ йүнәлешен алып барыу, ил төбәктәре менән генә түгел, сит дәүләттәр менән дә хеҙмәттәшлек итеү өсөн уңайлы иҡтисади һәм сәйәси шарттар тыуҙырылған.


Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас