2013 йылда, эшләй башлағандан алып “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты 669 етештереүсене берләштерҙе. Сифат билдәһе менән улар 25 237 төр продукцияны билдәләй. Был хаҡта республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Уны төбәк Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.
Проектта ҡатнашыусылар иҫәбендә – аҙыҡ-түлек продукцияһы етештереүсе 574 предприятие һәм аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар етештереүсе 95 предприятие. 148 етештереүсе Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә ташыу ойоштора. 230 дипломант продукцияны – федераль сауҙа селтәрҙәре магазиндарына, ә 25 дипломант экспортҡа ебәрә.
Былтыр 117 предприятие проект дипломанты булды. Министр республикала эшләгән федераль һәм төбәк сауҙа селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле үҫешен билдәләне. Дипломанттарға ярҙам итеү өсөн 2022 йылда 12 “Тәьмин итеүсе көнө” сауҙа-һатып алыу конференцияһы, 25 күргәҙмә-йәрминкә сараһы, алты уҡытыу семинары уҙғарылған. Уларҙың йомғаҡтары буйынса сауҙа селтәрҙәрен тауар менән тәьмин итеү тураһында 210 килешеү төҙөлгән. Был 2021 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.
Алексей Гусев төбәк етәксеһенә республика етештереүселәренә даими ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Төбәк Башлығы “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проектының һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм аҙыҡ-түлек, эшкәртеү сәнәғәтен артабан үҫтереү кәрәклеген билдәләне.
Белешмә:
Ҡапта “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” билдәһе булыуы тауарҙың төбәктә етештерелгән сеймалдан икәне хаҡында һөйләй. Ул сифат, хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Маркировкалауға хоҡуҡ алыу өсөн проектҡа инеүгә заявка бирергә кәрәк. Унда республика етештереүселәренең ҡатнашыуы – бушлай.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.