Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры етәкселегендәге ултырышта 2022 йылда агросәнәғәт комплексын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
- Былтыр ауыл хужалығы эшсәндәре иген һәм иген культураларының бай уңышын йыйҙы – биш миллион тоннанан ашыу. Республикала 30 йыл элек ҡуйылған рекордҡа еттек. Малсылыҡ тармағында инвестиция күләме һигеҙ миллиард һумдан ашыу булған дүрт эре проект тормошҡа ашырылған. Төбәктә 400 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы донъяның 49 иленә сығарылған. Һатыуҙан килгән аҡса 300 миллион доллар тәшкил иткән. Санкцияларға ҡарамаҫтан, ике йылға күрһәткес 1,5 тапҡырға артҡан. Тармаҡта ыңғай динамиканы һаҡларға һәм продукцияның баҙар шарттарына яраҡлашыуын һәм уны эшкәртеүҙе арттырыуға иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк — тине Премьер-министр Андрей Назаров.
Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 2022 йылға тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме яҡынса 255 миллиард һум тәшкил итәсәк. Үҫемлекселек тармағы өсөн үткән йыл уңышлы булды, тип баһаланды. Иген уңышының дөйөм күләме биш миллион дүрт мең тонна тәшкил итә, был 2021 йыл кимәленән 2,4 тапҡырға күберәк. Шулай итеп, ауыл хужалығы предприятиелары бер миҙгел эсендә 2021 йылдағы ҡоролоҡтан һуң күргән зыяндың күләмен ҡаплаған.
- 2022 йылда малсылыҡ тармағында етештереү күләменең кәмеүен туҡтата алдыҡ. Икенсе ярты йыллыҡта тауар етештереү күләме даими арта килде. Тауар секторы күрһәткестәре артыуы күҙәтелә. Ә бына граждандарҙың шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында етештереү кәмей барыуын күҙәтәбеҙ. Әйтәйек, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә һөт етештереү күләме 757,3 мең тонна тәшкил итә. Тауар секторындағы юғары күрһәткестәр тармаҡтың әүҙемләшеүе һәм һыйырҙарҙың етештереүсәнлегенең 6,5 процентҡа артыуы менән бәйле.
Былтыр аграрийҙар дүрт меңгә яҡын тоҡомло һыйыр малы һатып алған, шуларҙың 94 проценты — һөт йүнәлешендәге, — тине Илшат Фәзрахманов.
Йыл аҙағына тиклем Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы тармаҡҡа инвестициялар күләме кәмендә 15 миллиард һум йәки 2021 йыл кимәленең 136 процентын тәшкил итер тип планлаштыра.
Ауыл хужалығында ҡорамалдарҙы һәм техниканы яңыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Былтыр 12,8 миллиард һумға 3223 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған, был алдағы йыл менән сағыштырғанда 800 миллион һумға күберәк. «Росагролизинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән контракт буйынса һатып алынған ҡорамалдар күләменең дөйөм хаҡы 3,7 миллиард һум булған 647 берәмек тәшкил иткән, был 2021 йыл менән сағыштырғанда 1,6 миллиард һумға күберәк. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында 3-сө урынды биләй. 2021 йылда 5-се урында килгәнбеҙ.
Республиканың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте йыллыҡ үҫеште күрһәтә. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса етештерелгән аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр күләме 138 миллиард һумдан ашыу булыр тип көтөлә, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 105 процент тәшкил итә. Вице-премьер шулай уҡ Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында идара итеүҙең бәләкәй формаларын булдырыу һәм ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.
Әйтәйек, 2012 йылдан республикала хужалыҡтар һаны 1,8 тапҡырға артҡан, ә ауыл хужалығы продукцияһын тулайым етештереүҙә уларҙың өлөшө өс тапҡырға артҡан. Был дөйөм күләмдең 18 процентын тәшкил итә тигән һүҙ. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса хужалыҡтар 48 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек етештергән тип көтөлә.
Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан Республикаһы “Ауыл ипотекаһы” программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән илдә алдынғы урынды биләй.
— Беҙ илдә «Ауыл ипотекаһы» сиктәрендә ташламалы кредиттар биреү буйынса беренсе урынды һаҡлап ҡалабыҙ. Бөтәһе 2022 йылда 2,1 миллиард һумға кредиттар бирелде. Шулай уҡ республика «Ауыл халҡының мәшғүллегенә булышлыҡ итеү» йүнәлешен тормошҡа ашырыуҙа иң яҡшыһы булып тора.
Ауыл хужалығы министрлығына муниципаль райондар хакимиәттәре менән берлектә 2023 йыл дауамында ауыл хужалығы ерҙәрен тулыһынса һанлы инвентарлаштырыуҙы тәьмин итергә кәрәк; малсылыҡ объекттарын булдырыу буйынса кәмендә 22 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мотлаҡ, – тип быйылға маҡсаттар ҡуйҙы Андрей Назаров.
Фотолар Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.