2023 йылда “Башҡортостан продукты” проекты ҡатнашыусылар һанын 750-гә тиклем арттырырға ниәтләй. Әле проектта 669 етештереүсе ҡатнаша, шуларҙың 574-е – аҙыҡ-түлек һәм 95-е башҡа тауарҙар сығара.
– “Башҡортостан продукты” билдәһе 25 меңдән ашыу төрҙәге продукцияға ҡуйыла. Былтыр 117 предприятие проект дипломанты булды, улар араһында бәләкәй һәм уртаса ойошмалар ҙа, ҙур компаниялар ҙа бар. Проектта ҡатнашыусылар һаны даими арта, – тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
2022 йылда проектҡа ярашлы 12 сауҙа-һатып алыу конференцияһы – “Тәьминәтсе көнө” ойошторолдо. Улар етештереүселәр менән сауҙа селтәрҙәре белгестәре араһында һөҙөмтәле аралашыу майҙансығына әйләнде. Эшлекле сессияларҙа 585 предприятие, 78 сауҙа селтәре һәм ресторан бизнесынан 27 ойошма ҡатнашты. Һөҙөмтәлә урындағы ойошмаларҙың продукцияһын сауҙа селтәрҙәренә сығарыу тураһында килешеүҙәр төҙөлдө. Мәҫәлән, республикалағы 17 предприятиеның тауары хәҙер Екатеринбургтың “ЖизньМарт” ритейлы магазиндарында һатыла, 13 етештереүсе үҙ продукцияһын “Кормим правильно” маркетплейсына урынлаштырған, “Алексеевка” фирма селтәре тәьминәтселәренең 80 проценты – урындағы етештереүселәр.
Урындағы предприятиеларҙың баҙарҙа тотҡан урынын нығытыу өсөн дипломанттарҙың төрлө кимәлдәге 25 күргәҙмә-йәрминкә сараһында ҡатнашыуы ойошторолдо. Күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр төбәк етештереүселәренең продукцияһын танытыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙа ҡатнашыу урындағы компанияларҙың үҙенсәлектәрен һәм өҫтөнлөктәрен күрһәтергә, эшмәкәрлек даирәһен киңәйтергә һәм башҡарылған эште баһаларға мөмкинлек бирә.
“Башҡортостан продукты” проекты нигеҙендә республика етештереүселәре Силәбе, Екатеринбург, Калининград ҡалаларында эшлекле сәфәрҙә булды. Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле менән бизнес-осрашыуҙар барышында Урал федераль округында республика продукцияһын танытыу йәһәтенән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә өлгәшелде, сауҙа селтәрҙәре вәкилдәре өсөн Башҡортостан компанияларының тауары менән таныштырыу сараһы үткәрелде.
Фото: pravitelstvorb.ru/news/19909
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/19909