Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Ғинуар 2023, 17:20

Башҡортостанда 51 метан станцияһы асылған

Ҡуйылған маҡсаттар әүҙем рәүештә тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанда 51 метан станцияһы асылған
Башҡортостанда 51 метан станцияһы асылған

Былтыр үҙенең сығышында газ заправкаһы селтәрен үҫтереү планын тәҡдим итеп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылда республикала кәмендә тағы ла 10 метан автомобиль газ заправкалау станцияһы төҙөү ниәте тураһында белдергәйне. 

“Бензин урынына газда йөрөү отошломо тигән һорауға донъя күптән яуап бирҙе. Был аҡса йәһәтенән дә, экологик яҡтан да отошло. Газ бензинға ҡарағанда тирә-яҡ мөхиткә аҙыраҡ зыян килтерә. Шуға ла беҙ автомобиль газ тултырыу компрессор станцияларын төҙөнөк һәм төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Автомобилселәр республикабыҙҙың төрлө нөктәләрендә заправкалау станцияларынан ҡуллана алһын өсөн уларға уңайлы инфраструктура булдырабыҙ. Әлегә беҙ юлдың башында ғына”, – тигәйне республика етәксеһе.  

Ғөмүмән, Башҡортостанда 2022 йылда 10 автомобиль  газ тултырыу компрессор станцияһы булдырылды. 2023 йыл башына төбәктә 51 метан станцияһы эшләп килә. Ете компания бындай станцияны төҙөү сығымдарын ҡаплауға субсидиялар алған. Ярҙамдың дөйөм суммаһы 360 миллион һум тәшкил итә. Был турала Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә алып барылған Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында әйтелде. Унда 2022 йылға төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре барланды.

Хөкүмәт Рәйесе билдәләүенсә, республикала 122 предприятие система булдырыусылар рәтенә инә. Санкция сикләүҙәренә ҡарамаҫтан, 2022 йыл Башҡортостандың сәнәғәте өсөн уңышлы булды.

- Предприятиеларҙың эшен дәртләндереү өсөн беҙ өҫтәмә ярҙам саралары ҡабул иттек, етди эш алып барҙыҡ. Быйыл сәнәғәт сәйәсәте статегияһын тормошҡа ашырыу буйынса илдә лидерлыҡты тағы ла бер тапҡыр раҫланыҡ. Был - яҡшы күрһәткес. Әммә бының менән генә тынысланырға ярамай, - тине Андрей Назаров.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев былтыр 11 ай эсендә сәнәғәт производствоһы индексының уртаса Рәсәй күрһәткестәренән артыуын билдәләне.

- Техника һәм ҡорамалдар һатып алыу сығымдарын субсидиялау сәбәпле, урман сәнәғәте комплексы предприятиелары производствоһы күләмен ике тапҡырға арттырыу буйынса маҡсатлы күрһәткескә өлгәшә алдыҡ. Ышаныслы рәүештә еңел сәнәғәт продукцияһын сығарыуҙы икеләтә арттырыуға ҡарай барабыҙ, - тине ул.

Александр Шельдяев республикабыҙҙа барлыҡ төр дәүләт ярҙамы сараларын һаҡланыуын белдерҙе. Быйыл техник реабилитация саралары етештереүселәренә дәүләт ярҙамы буласаҡ, 2023 йылда республика ҡаҙнаһынан 20 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: